Мәғлүм булыуынса, төбәк Башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Был көндә зыяраттарға маршруттар асыуҙан, башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муниципалитеттарға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, уларҙың тол ҡатындарының, тыл эшсәндәренең, Ҡораллы Көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен, нәҫел ҡәберлектәрен төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде. Быйылға, коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янауы сәбәпле, был сара 6 июнгә күсерелде.
Райондың барлыҡ ауылдары ла уға әүҙем ҡушылды. Зыяраттарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән саралар үткәрелде. Уға тиклем һәр биләмәләр тәртипкә килтерелгән, кәрәк урындарҙа кәртәләр ҡуйылған, үлән сабылған, мәғлүмәт стендтары ҡуйылған, сүп-сар сығарылған.
Әлеге ҡатмарлы ваҡытта тәү сиратта үҙеңдең һаулығыңды ҡайғыртырға кәрәк. Шуға күрә коронавирус пандемияһы шарттарында эштәр башланыр алдынан һәр кемгә һаҡланыу саралары - битлектәр, бирсәткәләр таратылып бирелгән.
Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бөгөндән урындағы зыяраттарға барып йөрөй башларға мөмкин. Тик социаль дистанция һәм битлек режимы тураһында онотмауҙы һорайҙар.
Фото райондарҙың "Бәйләнештә"ге сәхифәләренән.