Новости
6 Июнь 2020, 18:10

Сирлеләр һаны ҡырҡа арта

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 119 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3727-гә етте. Һауыҡҡандар – 1322 (һуңғы тәүлектә 36 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 1018 сирле дауалана, 1369 кеше - амбулатор шарттарҙа.
Шул уҡ ваҡытта пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 90 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 40 кеше дауахананан сығарылған.
Дөйөм алғанда, коронавирусҡа ошоға тиклем республикла 276 300 тикшереү үткәрелгән, 263 082 кеше ҡаралған.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас