Республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 27-һенән 28 майға ҡарай төндә әлеге ир 43 йәшлек ҡатынға ташланып, уны урманға индереп көсләй һәм ҡаса.
Федераль эҙләүҙә булған әҙәм аҡтығы тотолған. Ғәйепләнеүсе ир полициянан Белорет ҡалаһы янындағы ташландыҡ баҡсалар араһында йәшенеп йөрөгән булған.
"Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе иргә ҡарата оператив-тикшереү эше алып барыла. Ул һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған", - тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tashlandi-ba-salar-ara-inda-302845/
Фото: proufu.ru