Новости
3 Июнь 2020, 06:43

"Оҙаҡламай урамда ҡалырға яҙмағайы..."

Балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған егерме йәшлек Радик Буранбаев үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшә. Был хаҡта “Изгелек йәйғоро” ойошмаһы ирекмәне Регина Биргулиева хәбәр итә.

Радик тыуыу менән әсәһе унан баш тарта, бала Стәрлетамаҡтағы Сабыйҙар йортонда үҫә. Ете йәшендә уға мәкерле яман шешкә ҡаршы көрәшергә тура килә. Һөҙөмтәлә сирҙе еңеп сыға, әммә һынауҙар бының менән генә бөтмәй. Әлеге ваҡытта Радик уҡый ҙа, эшләй ҙә. Тик закон буйынса тейешле фатирҙы ала алмай. “Хәҙер уға фатир урынына биш ҡатлы ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, ундағы тәртипһеҙлек, эскелек, бысраҡлыҡ иҫте китәрә. Балалар йортонан һуң етемдәр яҡшы кешеләр булып үҫһен өсөн бындай мөхиткә эләгергә ярамай”, - ти ирекмән. Радик был торлаҡтан баш тартҡан. Әле Өфөләге һөнәри колледж ятағында йәшәй, оҙаҡламай уҡыу тамамланғас, уға бынан ҡайҙалыр китергә тура киләсәк.
"Былтыр торлаҡҡа хоҡуғымды яҡлап судҡа мөрәжәғәт иттем. Февраль айында оҙайлы, көсөргәнешле көрәштән һуң республиканың Юғары суды минең файҙаға ҡарар сығарҙы. Тик уны бер кем дә үтәргә йыйынмай. Сиратығыҙҙы көтөгөҙ, ҡуртымға фатир алығыҙ, дуҫтарығыҙҙа йәшәгеҙ, тигән аҡыл бирәләр. Минең ундай килемем дә, туғандарым да юҡ, оҙаҡламай урамда ҡалырға яҙмағайы..." - ти үҫмер.
Шуныһы сәйер, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан ҡала мэрияһында ҡабул итеүҙә булғанда, ул фатирға сиратта тағы ла артҡараҡ күсерелгәнен белә, йыл башында 31-се урында торһа, хәҙер яҡынса 1500-сө... “Суд ҡарарын һанға һуҡманылар. Беҙҙә, ниңәлер, хоҡуҡтарыңды яҡлау ҡиммәткә төшә. Әйтерһең дә, махсус рәүештә шулай эшләйҙәр. Кем суд аша торлаҡ алырға, законлы хоҡуғын яҡларға теләй, власть шуларға “яза” бирергә тырыша”, - ти аптырашта ҡалған егет.
Фото: "Горобзор".
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/O-a-lamay-uramda-alir-a-ya-ma-ayi-300411/
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас