Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Июнь 2020, 06:45
"Унда йөрөгәнсе, пособие алып йәшәү яҡшыраҡ"
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә мәшғүллек үҙәгендә 18 мең һумға эшләргә теләмәгән ҡыҙ тураһында яҙып, ғәжәпләнеүен белдергән.
Эш эҙләүсегә бында мәшәҡәттең күплеге, шул уҡ ваҡытта уның өсөн әҙ түләнеүе ҡәнәғәтләндермәгән икән. "Дәүләт учреждениеһы. Бөтәһе лә тәртиптә. Әммә ҡыҙ "Һеҙ нимә? Шундай ҡатмарлы эште шунсама аҡсаға ғынамы? Унда йөрөгәнсе, пособие алып йәшәү яҡшыраҡ" тип яуаплаған".
Был посҡа бик күп кеше үҙ фекерен белдергән: кемдер хәҙерге заманда ниндәй булһа ла эшкә йәбешеп ятыр кәрәк, тип министрҙы яҡлашҡан, ҡайһы берҙәре ашауға, юлға, бүтән нәмәгә киткән сығымды иҫәпләп, бындай эшкә ул хаҡ аҙ тип белдергән.
Һуңғараҡ министр тағы бер пост һалып, үҙенең ҡарашына аңлатма биргән. Уның һүҙҙәренсә, 18 мең - ваҡыт үтеү менән үҫергә тейешле башланғыс эш хаҡы. Әле мәшғүллек үҙәгендә уртаса хеҙмәт хаҡы - 24,5 мең һум тирәһе. "Бөтәбеҙ ҙә тәүҙә әҙ аҡсаға эшләнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр береһенә ҙур түләүле эш урындары тәҡдим итә алмайбыҙ" , тип тә өҫтәгән ул. Тағы ла Ленара Иванова Башҡортостанда социаль өлкәне яҡшыртыуға ҡағылышлы һөйләшеүгә һәр саҡ әҙер булыуын белдергән.
Фото: Mkset.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Unda-y-r-g-nse-posobie-alip-y-sh--ya-shira-297879/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"