Новости
2 Июнь 2020, 06:41

Рәсәй төбәктәрендә – башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре

Кисә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре эшләй башланы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары февралдә үк ойошторолған, әммә эпидемиологик хәл сәбәпле уларҙы асыу кисектерелә килгән.

Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә һәм Ханты-Манси автономлы округында – был төбәктәр осраҡлы һайланмаған, уларҙың барыһында ла башҡорттар күпләп йәшәй.
Ырымбур тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Илмир Мәмбәтов әйтеүенсә, был яҡтарҙа башҡорттар күп. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың байтағы үҙ тарихын, мәҙәниәтен белмәй. Тап тарихи-мәҙәни үҙәктең төҙөлөүе улар күңелендә рух, илһөйәрлек тойғоһон арттырыр тигән ышаныстабыҙ”, – тип өмөт белдерә ул. Ырымбур башҡорттарының киләсәккә пландары ҙур: үҙәктә башҡорт йолаларын тергеҙергә, милли байрамдар, туған телде, мәҙәниәтте, фольклорҙы һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы үткәрергә йыйыналар.
“Беҙҙең өлкәнең баш ҡалаһында ла башҡорттар күп йәшәй, – ти Екатеринбург башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Айгөл Сабирова. – Башҡортостан ярҙамында тарихи-мәҙәни үҙәгебеҙҙең төҙөлөүе күптәрҙе дәртләндерҙе. Тап был ваҡиға йәмәғәт тормошона йәнлелек индерер тип көтәләр”.
Пермь өлкәһендә лә милләттәштәребеҙ бихисап – унда 30 мең башҡорт йәшәй. Был төбәктәге тарихи-мәҙәни үҙәккә етәкселек иткән Рәфис Муҡаев әйтеүенсә, бындай үҙәктәрҙе төҙөү милли үҙаңыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Ханты-Манси автономлы округында тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе булып эшләгән Динә Бүләкова ла был иҫтәлекле ваҡиғаға бик шат, ғөмүмән, был тарафта йәшәгән барлыҡ милләттәштәребеҙ ҡыуаныс кисерә.
“Беҙ башҡорт телен генә түгел, Башҡортостандың мәҙәниәтен, халыҡ ижадын, тарихын да популярлаштырырға йыйынабыҙ. Һәр халыҡтың мәҙәни мираҫы – шәхес булып формалашыуҙың төп нигеҙе. Беҙ милли ҡоралдарҙа уйнарға, милли аш-һыуыбыҙҙы бешерергә, ҡул эштәренә өйрәткән, башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә булышлыҡ иткән төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡбыҙ. Төп бурысыбыҙ – был сараларға йәш быуынды ылыҡтырыу”, – ти Динә Бүләкова.
Силәбе өлкәһендәге тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Луиза Йосопова үткән йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙарын иҫкә алды. Тап шул һөйләшеүҙә төбәктәрҙә тарихи-мәҙәни үҙәктәр асыу планлаштырыла.
“Донъялағы әлеге хәлдәр сәбәпле ҡыйынлыҡтар ҙа бар, әммә беҙ күңелебеҙҙе төшөрмәйбеҙ. Иң мөһиме – Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте беҙгә ярҙам итә, был өлкәлә ҡыҙыҡһыныу, теләктәшлек белдерә”, – ти ул.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә һибелгән башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренең эшмәкәрлеге тиҙҙән лайыҡлы һөҙөмтә бирер тип ышанабыҙ.
Фото: addnrb.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова.
Читайте нас