Ул раҫлауынса, финанс системаһы тотороҡло булып ҡалыуын дауам итә, Үҙәк банк инфляцияға ҡаршы торорлоҡ шарттарҙың киңәйеүен дәлилләй һәм тәүге ставка процентын түбәнәйтергә әҙер булыуын белдерә. Апрель йомғаҡтары буйынса, банк системаһындағы контракт түләүҙәре 18 процентҡа аҙайған. Шуны иҫәпкә алып, үҙәк банк лизинг компанияларына ярҙам программаһын башлап ебәрҙе.
Эльвира Нәбиуллина әйтеүенсә, Үҙәк банк 2020–2022 йылдарға иҡтисади фаразды тамырынан эшкәртеүгә тотондо, ул ошо айҙағы директорҙар советы ултырышына тиклем әҙер булырға тейеш.
Банк белгестәренең сығыштарынан күренеүенсә, кәмеү процесы йылдың икенсе өс айлығында туҡтарға тейеш. Артабан үҫеш йылдам барырмы, әллә бик әкренме – уныһын Эльвира Нәбиуллина әле аныҡ билдәле түгел тип баһаланы.
Күҙаллауҙы ҡабаттан ҡарап сығыу сәбәбе билдәле: Үҙәк банк микрофараздың иң консерватив вариантына туҡтала. Һәр хәлдә, быйылға ҡарата. Нефткә хаҡтың түбәнәйеүе һәм Мәскәүҙә, аҙағыраҡ башҡа мегаполистарҙа иҡтисади әүҙемлектең карантин арҡаһында һүлпәнәйеүе шуға нигеҙ булып тора. “Инфляция кимәле Үҙәк банкты артыҡ борсомай, ул 2,8-2,9 процент тирәһендә, йәғни йылдағыса буласаҡ”, – тине Эльвира Нәбиуллина.