Новости
1 Июнь 2020, 12:38

"Ғәзиз кешем әхирәтем менән хыянат итте..."

Өфө ҡатыны Евгения Нускова ТНТ каналы ойошторған "Перезагрузка" тигән телевизион проектта ҡатнаша. Был проект ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, биҙәнеү-кейенеү стилен үҙгәртеү менән бергә, кешенең үҙ-үҙенә булған баһаһын арттырырға ла ярҙам итә.

Женя ла унда ауыр кисерештәре менән уртаҡлашырға килә. Ике йыл элек ғәзиз кешеһенең хыянаты асыҡлана, кем бит әле - иң яҡын әхирәте менән! Күңелен өйкәгәне ул ғына ла түгел, биш йыл бергә йәшәгәндән һуң иренең, мин бер ваҡытта ла бер кемде лә яратманым, тип белдереүе тамам шаңҡыта ҡатынды. Ике балаға ғүмер биргән ир менән ҡатын алдына, артабан ни эшләргә, тигән һорау тыуа. Айырылырғамы, әллә балалар хаҡына бергә ҡалырғамы...

Евгения "Презагрузка"нан һуң бөтөнләй икенсе кешегә әйләнеп ҡайта һәм яңы тормош башлай. "Проекттан ҡанатланып ҡайттым, үҙемде донъяла иң сибәр ҡатын итеп тойҙом. Иптәшем дә ҡырҡа үҙгәрҙе, яратыуын белдереп, иғтибарынан өҙмәй башланы, янымда өлтөрәп тора. Был тапшырыу үҙемдең ҡатын-ҡыҙ икәнемде иҫемә төшөрөргә ярҙам итте. Хәҙер минең яратҡан эшем бар, шулай уҡ күптән ташлап ҡуйған яратҡан шөғөлөмә - һүрәт төшөрөүгә лә кире ҡайттым. Күптән түгел генә яңы өйгә күсендек. Тормошомда бар нәмә яйға һалынды, хәҙер мин бәхетле!" - тип шатлыҡлы уй-хистәре менән уртаҡлашҡан видеояҙмаһын социаль селтәрҙәргә һалған бәхетле ҡатын, ике бала әсәһе.
Фото: Новости Уфы и Республики Башкортостан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас