Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
1 Июнь 2020, 12:39
Сирлеләр һаны әлегә арта ғына...
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерә.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 77 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3337-гә етте. Һауыҡҡандар – 1138 (һуңғы тәүлектә 59 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 958 сирле дауалана, уларҙың 36-һы ауыр хәлдә (шул иҫәптән, 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған). 1223 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Шул уҡ ваҡытта, пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 27 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 29 кеше дауахананан сығарылған.
Һуңғы тәүлектә республика лабораторияларында 4748 тикшереү үткәрелгән, 4629 кеше тикшерелгән. Дөйөм һандарға килгәндә, ошо көнгә тиклем 235 651 кеше коронавирусҡа тикшерелгән, уларға йәмғеһе 247 826 тикшереү үткәрелгән.
Фото: tverlife.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sirlel-r-ani-leg-arta-ina-298139/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"