Новости
1 Июнь 2020, 12:58

Сәй табынына – өйҙә эшләнгән шәрбәт

Һеҙҙең иғтибарға тәмле шәрбәт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Йомшаҡ иристе йәки “Коровка” тип аталған кәнфитте хәтерләткән тәмлекәс килеп сыға.

Бының өсөн беҙгә 200 грамм томалап ҡайнатылған һөт (топленое молоко), 150-200 грамм шәкәр, ике аш ҡалағы бал (һалмаҫҡа ла мөмкин), 30 грамм аҡ май, бер ҡап ванилин кәрәк. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып, талғын ғына утта болғай-болғай ярты сәғәт ҡайнатырға. Әҙер масса ҡуйы, һорғолт төҫтә булырға тейеш. Бер аҙ һыуынғас, формаларға ҡойоп, ярты сәғәткә туңдырғысҡа ҡуйып алырға, бының өсөн боҙ туңдырыуға тәғәйенләнгән формалар бик ҡулай буласаҡ.
Ял көнөгөҙ күңелле үтһен, табындарығыҙ мул, йәмле булһын!
Фото: yandex.com
Читайте нас