Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров аҙна эсендә булған ошондай хәлдәргә байҡау яһаны. Яҙҙың һуңғы көнө дауыл, боҙборсаҡ һәм ныҡлы ел менән килде. Был кешеләргә һәм ауыл хужалығына зыян килтермәй ҡалманы.
– Көслө ел арҡаһында тораҡ йорттар, мәктәп, балалар лагерҙары ҡыйыҡтары зыян күргән. Бүздәк, Шаран, Кушнаренко, Саҡмағош райондарында ауыл хужалығы предприятиелары биналары емерелгән. Электр менән тәьмин итеү боҙолған. Дөйөм алғанда, 3 850 квадрат метр майҙанда зыян күрелгән, – тине ул.
Көслө ел һәм боҙборсаҡ яуыуы арҡаһында ауыл хужалығы үҫентәләре лә зыян күргән. Мәҫәлән, Бүздәк районы буйынса ғына зыян 20 миллион һум тәшкил иткән. Шәхси хужалыҡтарҙа ла ғәрәсәт эҙһеҙ үтмәне: теплицалар, сәселгән баҡсалары зыян күргән.