Был хуш еҫле тәмләткес бета-каротин, В төркөмө, С, Е витаминдарына, эфир майҙарына бай. Киптерелгән ҡәнәфер күп ауырыуҙан ярҙам итә.
Ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре булғанда, көн һайын ҡәнәфер сәйнәгеҙ. Был кәңәште тотҡандар стоматит, пародонтоз, ҡаҙналыҡ елкенһенеү тураһында онотасаҡ. Ҡәнәфер — ауыҙ ҡыуышлығын сафландырыусы тәбиғи сара. Уның эфир майҙары ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә. Тамаҡ ауырта башлауға ҡәнәфер сәйнәргә була.
Ул аш ҡайнатыу эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ябығыуға булыша. Бының өсөн ашарға 15 минут ҡалғас ике ҡәнәферҙе бер сәй ҡалағы бал менән сәйнәргә кәрәк.
Ҡәнәфер колит, метеоризмды ла дауалай, гастриттан булыша.
Ҡәнәфер составында яман шеш күҙәнәктәре үҫешен тотҡарлаған, яңылары барлыҡҡа килеүҙән һаҡлаған эвгенол матдәһе бар. Шулай уҡ ракты иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыла.
Ҡан баҫымы түбән булыуҙан ярҙам иткән саралар күп түгел. Шулайҙың береһе - ҡәнәфер. Ҡан баҫымы төшөүен һиҙеү менән уны икәү итеп алып, ашыҡмайынса ғына сәйнәргә кәрәк. Тәьҫире ҡәһүәнекенән кәм түгел. Баш ауыртыуы бөтөр, хәл инер.
Ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәте булғанда, ҡан баҫымы юғары икән, ҡәнәфер менән дауаланырға ярамай!
Барыһы хаҡында ла иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мөһим.