600 грамм ит фаршы, 200 грамм кишер, 100 грамм башлы һуған, бер аш ҡалағы һоло онтағы, бер аш ҡалағы крахмал, татлы паприка, тоҙ, үҫемлек майы алабыҙ.
Башта кишерҙе ваҡ ҡырҡыс аша үткәреп, үҫемлек майында йомшарғансы ҡыҙҙырабыҙ. Паприка, тоҙ өҫтәп, һыуытырға ҡуябыҙ.
Шунан ит фаршына ваҡланған һуған, онтаҡ, крахмал, тоҙ ҡушып, һәйбәтләп баҫабыҙ. Артабан фаршты һигеҙ тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманан көлсә эшләп, уртаһына бер ҡалаҡ ҡыҙҙырылған кишер һалабыҙ. Аш пленкаһы ярҙамында урап, эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ.
Кәтлиттәрҙе үҫемлек майында ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Унан һыу һалып, ҡапҡасын ябып, биш минут тирәһе быҡтырабыҙ.
Әҙер булғас, әҙерәк майы һеңһен өсөн ҡағыҙ таҫтамалға һалып торабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!