Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
1 Июнь 2020, 13:01
Фатирҙар һатҡанда 11 тапҡыр мутлашҡан
Салауатта ҡара риэлтор хатта үҙенә ҡарата тикшереү үткәрелгән ваҡытта ла алдаҡ эштәрен ҡылып ятҡан. Ул клиенттарының 10 миллион һумын үҙләштергән.
Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса идаралығы тәфтиш бүлексәһе материалдарынан күренеүенсә, ҡатын Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһындағы 3-сө һәм 4-се өлөштәр буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылған.
2017 йылдың сентябрендә берәү өс бүлмәле фатир алырға уйлап, риэлтор хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Күсемһеҙ милек агенты уның өсөн 1,5 миллион һумға бик ҡыҙыҡтырғыс вариант таба. Өс бүлмәле фатирҙа бер нисә хосуси милексе теркәлеп, уны һатыу өлөшләтә башҡарылырға тейеш була. Һатып алыусы риэлторға аҡсаны бүлеп түләй. Һөҙөмтәлә тейешле сумманы биреп бөткәс, ул өс бүлмәнең береһенә генә хоҡуҡлы икәнен белеп ҡала. Алданғанлығын аңлап, ҡатын ярты йылдан һуң полицияға ғариза яҙа. Тикшереү түләнгән 1,5 миллион һумдың 650 меңен агенттың үҙенә ҡалдырғанлығын күрһәтә. Ошоға оҡшаш ғариза менән полицияға тағы бер нисә кеше мөрәжәғәт итә.
Мутлыҡ факты буйынса енәйәт эше асыла. Тикшереү һөҙөмтәһендә шәхси эшҡыуар булып теркәлгән 35 йәшлек күсемһеҙ милек буйынса агент, мөлкәт һатыу-һатып алыу килешеүҙәре төҙөп, фатирҙар һатҡанда 11 тапҡыр алдашыуға бара. Ҡайһы берҙәрен тикшереү аҫтында булғанда башҡара. Һөҙөмтәлә граждандарға йәмғеһе 10 миллион һумдан күберәк зыян килтерелгән. 2019 йылдың ноябрендә был эш тикшерелеп бөтөп, материалдар судҡа ебәрелгән. Ҡатынды күп мутлыҡтар ҡылыуҙа ғәйепле тип табып, ете йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.
Мәғлүмәттәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Фото: finance.rambler.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Fatir-ar-at-anda-11-tap-ir-mutlash-an-290130/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"