Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Июнь 2020, 12:44
Бөгөндән нимәләр асыла?
Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәне күптәр көткәндер. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 июндән индереләсәк үҙгәрештәр тураһында әйтергә тейеш ине.
Тәүҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле бөгөнгө хәлдәрҙе һөйләне. Унан асыҡланыуынса, көндән-көн сирләгәндәр һаны бер ни тиклем кәмей бара. Дауаханаларҙағы урындарға килгәндә, уның 52 проценты буш. Шулай уҡ ял көндәрендә асылған яңы Инфекция үҙәге лә бында ярҙамға киләсәк. Тестар эшләү һаны кәмемәй. Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, бер ни тиклем ҡағиҙәләр йомшартылды.
Шулай итеп, бөгөндән сауҙа үҙәктәре асыла. Тик унда ни бары сауҙа нөктәләре генә эшләйәсәк. Фуд-кордтар, кинотеатрҙар, йәмәғәт туҡланыу урындары, балалар өсөн күңел асыу бүлмәләре барыһы ла ябыҡ ҡаласаҡ. Сауҙа үҙәгендә тулыһынса санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Битлектәрҙә, бирсәткәләрҙә йөрөргә, даими дезинфекция үткәрергә һәм башҡалар. Талап үтәлмәй икән, улар кире ябыласаҡ.
Артабан, аэропорт һәм тимер юлы вокзалдарына Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙән килгәндәр мотлаҡ ике аҙналыҡ карантинда ултырмаясаҡ. Был иҡтисадтың асылыуы менән бәйле. Күптәр эш буйынса килә, шуға күрә ике аҙна бикле ултырыу ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине. Әммә һәр килгән кешенең температураһын үлсәү, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү ғәмәлдә ҡаласаҡ.
Өсөнсөнән, республиканың, илдең йыйылма командалары ағзаларына бөгөндән күнекмәләр үткәрергә рөхсәт ителә. Тик улар өсөн генә. Башҡаларға шулай уҡ тыйылыу һаҡлана.
Дүртенсенән, айырым инеү урыны булған музей һәм китапханалар эш башлай. Әгәр улар мәҙәниәт йорто эсендә икән, әлегә эшләмәйәсәктәр.
65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн үҙизоляциялау режимы дауам итә.
Фото:
cre.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/B-g-nd-n-nim-l-r-asila-297439/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"