Ә бит арабыҙҙа теләһә ниндәй һауа шарттарында ла үҙен бына тигән итеп тойған, өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Хоҙайҙың һәр биргән көнөнә һөйөнөп йәшәгәндәр ҙә байтаҡ. Ундайҙарҙың ямғыр йә иһә ҡар түгел, таш яуһа ла кәйефтәре күтәренке.
Ә тәбиғәт көйһөҙләнгән һайын башы ауыртып, кәйефе китеп торғандарға нимә эшләргә?
Белгестәр әйтеүенсә, организм өсөн иң ҡулай күрһәткес — атмосфера баҫымы 750 миллиметр булғанда икән. Аҙаҡ түбән йәки юғары булһа, һауаның дымлылығы арта. Тәбиғәттәге бар үҙгәреште ҡан баҫымы юғары булған, һулыш органдары йәки йөрәк ауыртыуы менән интеккәндәр иң беренсе сиратта тоя.
Ә ҡан баҫымын йәштән үк даими тикшереп тормаһаң, норманан юғары йәки түбән булғанда, тейешле сараһын күрмәһәң, олоғая барғанда ҡыйынға тура килә икән.
Ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн баллап йәшел сәй эсеү, иртәнге кофенан баш тартыу, женьшень йәки лимон төнәтмәһе, табиптар тәҡдим иткән дарыуҙарҙан һәм витаминдарҙан файҙаланыу, саф һауала күберәк йөрөү, аҡһымға бай ризыҡтар ашау кәрәк.
Ваҡытында йоҡларға ятыу, йоҡо бүлмәһендәге температураның уртаса 18 градус самаһы булыуы ла сәләмәтлеге һауа торошона бәйле булғандарға ыңғай тәьҫир итә, ти белгестәр.
Һуңғы ваҡыттарҙа кеше сәләмәтлегенә һауа торошо ғына түгел, магнит дауылдарының да тиҫкәре тәьҫире арта. Табиптар бындай ваҡытында “Ашығыс ярҙам”дың күберәк саҡырылыуы тураһында әйтә.
Ғалимдар аңлатыуына, магнит дауылдары ваҡытында баш мейеһендә кеше организмында матдәләр алмашыныуы өсөн яуаплы булған микроорганизмдарҙың эшмәкәрлеге тотҡарлана. Һөҙөмтәлә кәйеф китә, арығанлыҡ һәм башҡа борсоулы хәлдәр үҙен нығырак һиҙҙерә башлай.
Һауа торошондағы үҙгәрештәрҙең тиҫкәре тәьҫиренән нисек ҡотолорға? Иң элек тәбиғәттең үҙен теләктәш итергә кәрәк. Физик күнегеүҙәр, саф һауала йөрөү, йөҙөү, ашау-эсеү һәм йоҡо режимын һаҡлау, зыянлы ғәҙәттәрҙән арыныу, артыҡ ауырлыҡты кәметеү ҙә кеше организмына ҙур ярҙам итәсәк, ти белгестәр.