Новости
30 Май 2020, 06:40

28 кеше һәләк булған да инде...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Быйыл һыу инеү миҙгеленә әҙерлек, Башҡортостан Башлығы указын бойомға ашырыуға ярашлы район-ҡалаларҙа өҫтәмә пляждар булдырыу темаһына арналған доклад менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны. Ул һуңғы биш йылда республикала һыуҙа үлем осраҡтарының иң күбеһе 2015 йылда теркәлгәнен билдәләне. Дүрт йылда төбәктә 455 кеше батып үлгән. Фажиғәле осраҡтарҙың иң күбеһе Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Белорет, Учалы, Краснокама, Туймазы, Өфө, Дәүләкән райондарында теркәлгән.
2019 йылда республикала бындай осраҡтарҙы кәметеүгә өлгәшелгән. Әммә быйыл 28 кеше һәләк булған да инде (шул иҫәптән бер бала).
Асыҡланыуынса, фажиғәгә тарығандар, ғәҙәттә, иҫерткес эсемлектәр ҡулланған килеш рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән 18 - 40 йәшлек ир-ат.
Фажиғәгә килтергән төп сәбәптәр - рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү, алкоголь ҡулланыу, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Аяныслы хәлдәрҙе кәметеү өсөн саралар комплексы әҙерләнгән. Иң беренсе – махсус йыһазландырылған пляждар асыу. Башҡортостан Башлығының сентябрь указына ярашлы, республикала ошондай 200 махсус урын булдырырға ҡарар ителгән.
Райондарҙа былтыр аттестация үткән 79 пляждың 77-һен асырға күҙаллайҙар. Шулай уҡ ошондай өҫтәмә 38 махсус урын буласаҡ.
Икенсе бурыс – ваҡытлыса ҡотҡарыу постары һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа иҫкәртеү рейдтары ойоштороу. 2019 йылда бындай саралар икеләтә арттырылған. Быйыл да улар көсәйтеләсәк.
Өсөнсөнән, хоҡуҡ боҙғандарға административ саралар ҡулланыу.
Кәңәшмәлә халыҡҡа һыуҙағы хәүефһеҙлек сараларын аңлатыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Фото: gkchs.bashkortostan.ru
Самат Ғәлин
Читайте нас