Новости
29 Май 2020, 07:27

ЙОНДОҘНАМӘ (1 – 7 июнь)

ҠУҘЫҠәҙимге аҙна көтөлә. Ши­шәмбе һәм шаршамбы мөһим эшкә эске тойомлауға ҡолаҡ һалып, көс-ҡеүәтегеҙҙе дөрөҫ баһалап тотоноғоҙ, юғиһә теләгән һөҙөм­тәгә өлгәшә алмаҫһығыҙ. Ял көндәренә мөһим мәсьәләләрҙе ҡалдырмағыҙ.

БУҒА
Осорҙо ай аҙағында көтөл­гән ҡәтғи ғәмәлдәргә етди әҙерләнеүгә арнағыҙ. Алтын тауҙар вәғәҙә иткәндәргә ышан­маҫҡа кәңәш ителә – алданырһығыҙ. Фай­ҙаһыҙ бәйләнештәрҙән баш тартығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Ижади көс-ҡеүәтегеҙ артып китер. Абруйлы кеше менән танышып, унан ярҙам алырһығыҙ. Шәхси тормо­шоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Әлегә тиклем тотҡарланып торған мөһим мәсьәлә ыңғай хәл ителер.

ҠЫҪАЛА
Сабырлығығыҙ, белемегеҙ һәм тырышлығығыҙ һөҙөмтә­һендә эштә абруйығыҙ артыр. Ҡайһы бер тотҡарлыҡтар һәм кәртәләр булыуға ҡарамаҫтан, ниәтегеҙҙән кире ҡайтмағыҙ. Бөтә проблемалар яйға һалыныр.

АРЫҪЛАН
Аҙна башында алған яңы мәғлүмәттең ялған булыуы ихтимал. Ҡаҙаныштарығыҙ тейешле баһа алыр, киң мөмкинлектәр асылыр. Әлбиттә, әлегә тиклем таныш булмаған эште башҡарырға тура килер. Йома бер аҙ көсөргәнешле булыр, моғайын.

ҠЫҘ
Был арала һеҙгә алдан күрә белеү һәм тиҙ арала ҡәтғи ҡарарға килеү һәләте талап ителер. Етәкселек менән ара­ғыҙ киҫкенләшеп китмәһен. Кесе йома аҙнаның иң уңышлы көнө булыр. Йома иһә эшлекле һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы.

ҮЛСӘҮ
Һәр йәһәттән әүҙем аҙна көтөлә. Дүшәмбе ныҡыш­малыраҡ булһағыҙ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшерһегеҙ. Шаршамбы хис-тойғоларығыҙҙы бер аҙ ауыҙлыҡларға кәңәш ителә, юғиһә ҡәҙерле кешегеҙҙе үпкәләтеп ҡуйы­уығыҙ бар.

САЯН
Ыңғай ваҡиғаларға көйлә­негеҙ. Хәл-шарттарҙың ҡа­пыл үҙгәреп китеүен тыныс ҡа­бул итегеҙ. Байтаҡ эш баш­ҡа­рырһығыҙ, мул ғына аҡса алыр­һы­ғыҙ. Алдығыҙҙа киң мөмкинлек асырлыҡ мәғлүмәт алырһығыҙ.

УҠСЫ
Ваҡиғаларҙы ашыҡ­тыр­ма­һағыҙ, аҙна тыныс үтер. Дү­шәмбе яҡын дуҫығыҙҙан кө­төлмәгән ярҙам килер. Осор аҙағында ҡушылған эште теүәл үтәгеҙ, юғиһә тәнҡит һүҙе ишетерһегеҙ. Йәк­шәмбе тормошоғоҙҙа мөһим ваҡиға булыр.

ЫЛАҠ
Тормошоғоҙҙа бер үк ва­ҡытта уңыштар ҙа, проблемалар ҙа артып китер. Ҡасан­дыр еңеп сыҡтым тип уйлаған кәртәләр алдығыҙҙа йәнә ҡалҡып сығыр. Борсолмағыҙ, барыһы ла һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Шаршамбы мул ғына табыш алырһығыҙ.

ҺЫУҒОЯР
Эштә уңыштар көтөлә, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе һеҙ­ҙән башҡа хәл итә алмаҫтар, моғайын. Шул уҡ ваҡытта иңе­геҙгә бик күп бурыс алмаҫҡа тыры­шы­ғыҙ. Ҙур пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ентекле әҙерләнергә кәңәш ителә.

БАЛЫҠ
Ҡыҙыҡлы, әммә таныш булмаған эш тәҡдим итерҙәр. Шаршамбы һүҙегеҙҙе уйлап һөйләргә тырышығыҙ, юғиһә яҡындарығыҙ йәки хеҙмәттәштәрегеҙ менән низағлашырһығыҙ. Иң уңышлы көндәр – шишәмбе һәм йома.
Читайте нас