Новости
29 Май 2020, 07:28

Ҡәйнәмдең ҡабағы ҡояштай...

Ҡәйнәмдең ҡабағы йыл һайын уңа. Ул, мул ҡуллы кеше, йәшелсәнең орлоғон һис йәлләмәй, сорттарға төрләндереп, элек картуф баҡсаһы булған, хәҙер иһә яртыһы буш ҡалған йомшаҡ ҡара тупраҡҡа һибеп сыға ла, ваҡыты еткәс, мотлаҡ араһын утай, һыу һибеп тора, унан инде ҙур уңышты йыйып алырға ғына ҡала. Күгәрсен ере көньяҡтараҡ булғанғамы, бында ҡабаҡ ҡына түгел, башҡа йәшелсә-емештәр ҙә ирәйеп үҫә, алдараҡ өлгөрә, уңышы ла ҙур була.

Көҙ һарай ҙа, баҙ ҙа хәнә­үәт, йәғни ҡыҙыл-һа­ры, йәшел төҫтәге ҡабаҡ­тар менән тула. Ҡәйнәм, ихлас кеше, миңә гел: “Күңелеңә оҡшағанын күпме теләй­һең, һайлап ал, килен. Ҡыш буйы яҡшы һаҡлана ул”, – тип ҡеүәтләп тора, әммә ҡалаға ҡабаҡты күп итеп алып китеп булмай, әлбиттә, һәр нәмәлә сама кәрәк.

Ҡәйнәм үҙе ҡабаҡты бик ярата. Мейестә шәкәр менән ҡыҙҙырып, тәмлекәс эшләһенме, манты-фәләнгә ҡушып ебәрһенме, хатта ҡайнатма ла әҙерләп ҡуя. Мин иһә дөгө бутҡаһына ҡушып әҙерләйем йә иһә тәмле аш-иҙмә (пюре) бешерәм.

...Быйыл көҙ ҙә ауылдан бер нисә ҡабаҡ алып килгәйнек. Бәләкәйерәктәре күптән тотонолһа ла, ҡосаҡ еткеһеҙ ҙур, ҡояштай бер ташҡабаҡ фа­тирҙың уңайлы мөйөшөндә тора бирҙе. Боҙолғандай булмағас, уға ҡул етмәй ине, сөнки ҡабаҡты бер асһаң, тиҙерәк ашап бөтөргә кәрәк. Бына, Хоҙай ҡушҡан ваҡыт, күрәһең, ошо булғандыр: коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн изоляцияға бикләнеү менән ҡабаҡты эш итергә булдыҡ.

Ҡабаҡ – витаминдар сығанағы, уның сәскәләрен дә, орлоҡтарын да файҙаланалар. Унда каротин кимәле кишерҙәгенән 4-5 тапҡырға артығыраҡ. Каротин иһә организмда А витаминына әүерелә, ул үҙ сиратында ҡеүәтле антиоксидант булып тора, күреү һәләтен дә яҡшырта. Шулай уҡ ҡабаҡта В төркөмө витаминдарының барыһы ла бар, C, E, K витаминдары күп.

Орлоғо микроэлементтарға бай, составындағы цинк буйынса ҡабаҡ орлоғо тәүгеләрҙән булып тора. Түбән калориялы булыу сәбәпле, диета ризығы тип иҫәпләнә, хатта фәҡәт ошо йәшелсә нигеҙендә булдырылған диеталар ҙа бар. Унда крахмал, холестерин һәм майҙар юҡ, шәкәр бик аҙ, әммә организм өсөн ифрат файҙалы күҙәнәкле туҡыма бар. Бына шундай мөғжизәле ризыҡ ул ҡабаҡ.

...Ҡабаҡтан яратып бешергән аш-иҙмә рецебын иһә һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен. Бының өсөн ҡабаҡты әрсеп, шаҡмаҡлап турайым да кәстрүлгә һалам (формаһы мөһим түгел). Туҡлыҡлыраҡ булһын тиһәң, бер картуф ҡушырға була. Ҡабаҡ – өс-дүрт өлөш, картуф бер өлөш, мәҫәлән. Ҡушмаһаң да ярай. Һыуы саҡ ҡына өҫтөнән сыҡһа, шул етә.

Самалап тоҙ һалып, тын ғына ҡайнатаһың. Ҡабаҡ тиҙ бешә. Һүндерер алдынан бер ҡап йомшаҡ сырҙы турап, кәстрүлгә оҙатаһың. Икмәккә һылап ашай торғаны ла бара. Унан кәстрүлдәге ҡат­нашманы блендер менән пюреға әйләндереү зарур. Ҡуйыраҡ тойолһа, самалап ҡына ҡайнаған һыу өҫтәргә була.

Ул арала табала шаҡмаҡлап турап, икмәкте ҡыҙҙырып алырға, бер-ике баш һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, шул ҡыҙҙырылған икмәккә ҡушып болғатырға кәрәк. Былар – ашты өҫтәлгә биргәндә өҫтөнә һибеү өсөн. Шулай уҡ йәшел һуған, укроп кеүек йәшел үләндәр ризыҡты йәмләп һәм тәмләп ебәрер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас