Новости
29 Май 2020, 07:13

Тормошо мәктәп һәм мәҙәниәт менән үрелеп бара

Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының «Дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» миҙалы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүсе, районыбыҙҙың Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, «Юрматы бейбикәһе» конкурсы еңеүсеһе Әнисә Муса ҡыҙы Мөхәмәтйәнова ошо көндәрҙә 55 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо ғүмер эсендә 22 йыл уҡытыусы булып, 35 йыл балаларға тәрбиәүи һәм рухи белем биреү өлкәһендә яуаплы эшләп килә ул.

Әнисә Муса ҡыҙы 1965 йылдың 23 майында, яҙҙың аҡ сәскәләргә күмелгән мәлендә, Ибраҡай ауылында Әминә һәм Муса Баһауетдиновтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Төпсөк бала булғас, бер яҡтан ике ағай, ике апайға иркәләнеп, икенсе яҡтан төп өйҙә әсәй менән икәү ҡалып, һәр төрлө эшкә өйрәнеп, тырыш булып үҫә. Йыр-моңға ғашиҡ Әнисә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын уңышлы тамамлай. Уҡып бөтөү менән ауыл мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эш башлай, шул уҡ ваҡытта ауыл клубында художество етәксеһе булып эшләп йөрөй. 1987 йылда биш өй аша йәшәгән Рөстәм Дилүс улы менән өйләнешәләр һәм бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. 2003 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары белемле уҡытыусы квалификацияһын ала.
Егерме йылға яҡын ауыл клубында эшләгән сағында бик күп спектаклдәр, концерттар, кисәләр, байрамдар, киске уйындар ойоштора. «Уйна, гармун, уйна!», «Шәжәрә байрамы», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Бураҙна байрамы», «Науруз», «Һабантуй», «Татыу ғаилә», «Атай, әсәй һәм мин» конкурстары, исем ҡушыу йолалары, ырҙын табағында агитбригада сығышы, фермала һауынсылар, баҫыуҙа игенселәр өсөн концерттар, Ҡалҡаш-Мортаҙа-Ибраҡай ауылдары араһында ярыштар, район ауылдары буйлап гастролдәр кеүек күп саралар уҙғара. Бер нисә быуын бейеү ансамбленә йөрөй, ҡатын-ҡыҙҙарҙың вокал-йыр ансамблен ойоштора, халыҡ ижадын сәхнәләштерә, хатта ауылдың инструменталь ансамблен төҙөй.
Әнисә Муса ҡыҙы эстетик предметтар буйынса район методик берләшмәһе етәксеһе булараҡ, районда үткән төрлө сараларға жюри ағзаһы итеп саҡырыла, ауыл мәктәптәре уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтә. Республика һәм район кимәлендә үткәрелгән семинарҙарҙа асыҡ инновацион дәрестәр, мастер-кластар үткәреп, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Мәктәп уҡыусыларын төрлө өлкәләге билдәле кешеләр менән таныштырыу маҡсатында осрашыуҙар үткәрә. Шулай уҡ өсөнсө йыл рәттән мәктәп һәм район конкурстарында иң күп ҡатнашҡан уҡыусыларға Әнисә Муса ҡыҙы үҙенең премияһын тапшыра. Былтыр ул ике уҡыусыға бирелде.
Мәктәп уҡыусыларынан тыш, уның хәҙер ашҡынып көтөп торған, «өләсәйгә барайыҡ» йә «ҡалаға ҡайтмайым» тип иркәләнгән ейән-ейәнсәрҙәре бар. Әнисә Муса ҡыҙы улар өсөн шаян һәм мөләйем өләсәй. Ейәндәренә йырҙар, уйындар өйрәтә, бейеүҙәр ҡуя, әкиәттәр ятлата һәм сәхнәләштерә, ҡул эшенә өйрәтә, хеҙмәт дәрестәре бирә.
«Олатай ролен дә үҙемә башҡарырға тура килә инде», ти Әнисә Муса ҡыҙы иптәше Рөстәм Дилүс улының арабыҙҙан иртә китеүенә көрһөнөп. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн, уларҙың янында булыуына һөйөнөп, яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Күркәм юбилейында уға ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош, күңел тыныслығы, ижади үрҙәр, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Илһам ҒӘЛИЕВ (элекке уҡыусыһы):
Әнисә апай менән йәш саҡта бик күп саралар ойошторорға тура килде һәм әле лә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ауылға йәм индерер өсөн үткәреп алабыҙ. Әнисә Муса ҡыҙы алып барған бейеү түңәрәгендә солист була торғайным. Ә 1992 йылда мине армия сафтарына алдылар. Шунда Әнисә апай клубта беҙгә хушлашыу кисәһе үткәрҙе, хатта һәр беребеҙгә арнап шиғырҙар ҙа яҙғайны. Икмәк тешләтеп, концерт ҡуйып, ауыл Советынан беренсе кәрәк-яраҡтар һалынған рюкзактар бирҙеләр. Элек армиянан хат яҙыу бар ине һәм мин Әнисә апайға яҙа торғайным. Әсәйем өсөн сәхнәнән «Әсәйемде төшөмдә күрҙем» йырын башҡарығыҙ әле тип яҙғас, ул «Һалдат хаттары» тигән кисә ойошторған. Һуңғы йылдарҙа ауыл тынып ҡалды, шуға бергә һөйләштек тә, ике тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Шәжәрә байрамы»н үткәрҙек. Хәҙерге көндә клубта эшләмәһә лә, концерттар ойоштороу әле лә Әнисә апайҙың иңенә төшә.
Флүрә НАСИРОВА (элекке хеҙмәттәше):
Әнисә Муса ҡыҙын бәләкәйҙән беләм. Ауылыбыҙ мәктәбендә рәхәтләнеп бергә эшләнек. Һәр ваҡыт үҙ эшенә яуаплы ҡарай, тырыш, ижади ҡарашлы кеше ул. Һуңғы ун йыллыҡта шәжәрәгә иғтибар артты. Ә Әнисә 1998 йылда уҡ үҙенең инициативаһы менән ауылдағы һәр ғаилә менән быуындарҙы барлап, өлкәндәр менән балалар араһында бәйләнеш булдырып, Шәжәрә байрамын ойошторҙо. Әнисә мәктәптәге һәр балаға йыр-бейеүҙә, фольклор байрамдарҙа үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте, төрлө сәхнәләргә алып сыҡты. Ике бишле алған көнө, 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Артабан да балаларға рухи тәрбиә биреп, уларҙа халҡыбыҙ моңона, бейеүҙәренә ихтирам, һөйөү тәрбиәләп, уңышлы эшләргә булһын!
Фәнилә АРАЛБАЕВА (элекке уҡыусыһы):
Әнисә апайға бик рәхмәтлемен. Ниндәй генә мөрәжәғәт, идея, тәҡдим менән килһәм дә, «юҡ» тимәй. Ауыл өсөн төрлө эштәр эшләргә тырышабыҙ: тирә-яҡты йыйыштырыу булһынмы, халыҡты йыйыу, ниндәйҙер сара үткәреүме. Ул ауылыбыҙ, уның халҡы өсөн янып йәшәй, шуныһы миңә оҡшай. Клуб асып, Әнисә апайҙы мөдир итеп ҡуйып, тағы гөрләтеп концерттар ҡуйырға ине. Әнисә Муса ҡыҙын юбилейы менән ҡотлайым! Яңы үрҙәрҙе еңел яуларға булһын, ижади уңыштар Һеҙгә!
Бөгөнгө көндә Әнисә Мөхәмәтйәнова – Первомайский мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, юғары категориялы уҡытыусы. Ул эшен һәр ваҡыт еренә еткереп башҡара, сөнки балаларҙы, үҙ эшен ярата. Бихисап Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, сертификаттар, дипломдар, призлы урындар шул хаҡта һөйләй. Әле лә уҡыусылар менән төрлө конкурстар, конференциялар, семинарҙар һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашалар.
Читайте нас