Белгес әйтеүенсә, сирҙең тәүге стадияһында, билдәләр булмаһа ла, вирус тарала, үҫә, ә уны йөрөтөүсе иһә сирҙе башҡаларға йоҡтороуы ихтимал.
Кешеләрҙең 40 проценты самаһы вирусты тап билдәһе беленмәгән ауырыуҙарҙан йоҡтора. Беренсе стадиянан һуң икенсеһе башлана, унда аныҡ билдәләре тойола башлай. Әммә ҡайһы бер кешеләрҙә сир беренсе стадиянан ары китмәй, ти биолог.
Беренсе стадияла вирусты интерферондар баҫа, ул организмда тәбиғи һаҡланыу системаһын барлыҡҡа килтерә. Был вирусты еңеүгә килтереүе ихтимал, шул уҡ ваҡытта организмда сиргә ҡаршы антиматдәләр барлыҡҡа килеп өлгөрмәй һәм коронавирус менән сирләгән кешенең анализдары кире һөҙөмтә күрһәтә.
Икенсе фазала билдәләр барлыҡҡа килә: температура күтәрелә, йүткереү, хатта тын быуылыу хасил була. Был стадияла вирус тарала бара һәм был осраҡта CОVID-19-ға ҡаршы терапияла ҡулланылған препараттар эсеү фарыз. Унан тыш организм өҫтәмә һаҡланыу сараларын “эшкә ҡуша” һәм икенсе стадияның уртаһында антиматдәләр бүлеп сығара башлай.
– Кеше шулай уҡ сирҙең икенсе стадияһында ҡалыуы, уның артабан киҫкенләшмәүе ихтимал. Был стадияла ауырыуҙы тап антиматдәләр еңеүе бар. Хәл насар сценарий буйынса үҫешкәндә, сир тамамланмаясаҡ, организмдағы елһенеү артасаҡ, пневмония хасил буласаҡ, шул иҫәптән башҡа факторҙар нигеҙендә лә. Шуға ла был хәл коронавирусҡа анализдың һөҙөмтәһен кире итеп күрһәтеүе, йәғни тест сирҙе билдәләмәүе бар.
– Артабан иһә киләһе стадия етә. Был – ауыр осор, вирус кешенең организмында булыуы ла, булмауы ла бар. Шуға ла тестың тағы ла яңылышыуы мөмкин, – ти Анча Баранова.
Асыҡланыуынса, өсөнсө стадияла кеше организмында цитокин штормы (контролдә тотоп булмаған елһенеү; организмдың үҙ туҡымаларының зарарланыуына килтерә) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был осорҙа, ғәҙәттә, кеше стационарҙа дауалана, уны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар.
“Өсөнсө стадияла вирус бик түбән кимәлдә арта һәм организмдың сирҙе күтәрә алыу-алмауы һауығыуҙың төп факторына әүерелә”, – тип һығымта яһай биолог.