Новости
29 Мая 2020, 07:25

Ғүмерҙе 10 йылға ҡыҫҡарта…

Шотландия ғалимдары COVID-19 кеше организмында оҙаҡ ваҡытҡа кире эҙемтәләрен ҡалдырыу ихтималлығын асыҡлаған. Мәғлүмәттәргә ярашлы, коронавирус сире ир-егеттәрҙең ғүмерен уртаса – 13, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын 11 йылға ҡыҫҡарта икән.

Тикшеренеүселәр үҙҙәренең эшендә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының төрлө ауырыуҙарҙан “юғалтылған ғүмер йылдары” күрһәткесен, Бөйөк Брита­ниялағы һаулыҡ һаҡлау системаһы мәғлүмәттәре буйынса, йәшкә һәм енескә ҡарап, уртаса ғүмер оҙайлығын иҫәпләргә ярҙам иткән таблицаларын, Италиянан “COVID-19”ҙан үлем статистикаһын нигеҙ итеп алған. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә яһалған иҫәп-хисап коро­навирустың ғүмерҙе ун йылдан ашыуға ҡыҫҡартыуын күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта сир ир-егеттәргә нығыраҡ йоғонто яһай икән.

Белгестәрҙең фекеренсә, коронавирус ауырыуының йоғонтоһон ҡайһы бер башҡа ҡаты сирҙәр менән сағыштырырға мөмкин. Мәҫәлән, Глазго университеты профессоры Дэвид Маккалистер, уның эҙемтәләре йөрәктең ишемик сиренә торошло, тип билдәләгән.

Фото: pixabay.com
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.
Читайте нас