Новости
29 Май 2020, 07:26

Хәлең юҡмы? Бауырыңды тикшерт!

Кешенең бөтә ағзалары һәм системалары бауырҙың яуаплылыҡ даирәһенә инә. Ул бер үк ваҡытта бик күп функцияларҙы үтәй: организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара, майҙарҙы эшкәртергә ярҙам иткән үт сығара, ҡандың ойошоусанлығында ҡатнаша, “ҡан депоһы” булып тора, витаминдар һәм микроэлементтар туплай, ҡайһы бер гормондар кимәлен көйләй, метаболизм өсөн яуап бирә.

2017 йылда “Границы молекулярной биологии” журналында депрессия ме­нән бауырҙың хроник сирҙәре араһын­дағы бәйләнеш тураһында мәҡәлә баҫыла. Ғалимдар билдә­ләүенсә, бауыры ауыртҡанын белгән кешеләр йыш ҡына был проблеманың хроник хәлһеҙ­леккә, йоҡоһоҙлоҡҡа, депрессияға, баш ауыртыуына кил­тереүе хаҡында уйлап та ҡарамаған. Шул уҡ ваҡытта әле лә күптәр бауыры сирләүен тоймай, сөнки был ағзала нервы остары юҡ, йәғни ул үҙенең хәле тураһында белдерә алмай.

Бауыр энергия алмашыу үҙәген тәшкил итә, ул бөтә организм өсөн энергияны синтезлай, ҡанға эләккән зарарлы матдәләргә, мәҫәлән, спирт, дарыу молекулаларына һәм кислород радикалдарына ҡаршы көрәшә. Бауыр ауыртһа, бөтә организмға көсөргәнеш килә, көс-ҡеүәт, эшкә һәләт кәмей, кәйеф ҡырыла, хәлһеҙлек күҙәтелә, уң яҡ ҡабырға аҫтында ауырлыҡ тойола, ашағы килмәй, күҙҙең ағы һарғая, аш һеңдереү ағзалары насар эшләй, эс китә, күңел болғана. Шуға күрә бауырҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреү фарыз. Иң элек йәшәү рәүешенә иғтибар итеп, уға ҡайһы бер төҙәтмәләр индереү зыян итмәҫ.

Бауыр ауыртҡанда составында эссенциаль фосфолипидтар булған махсус препараттар ҡулланыла.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.
Читайте нас