Сараны ойоштороусы Bashrun Владислав Литвинчуктың белдереүенсә, быйыл беренсе тапҡыр донъяның һәр мөйөшөндә йүгерергә мөмкин. Унда ҡатнашҡан һәр кемгә миҙал менән сертификат тапшырыласаҡ.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сайтында был сарала Рәсәйҙең 12 йәштән өлкәнерәк гражданы ҡатнаша ала, тип әйтелә. Ә дистанцияның оҙонлоғо – ун йәки 21,1 километр.
Ошо ике арауыҡтың береһендә ҡатнашыу өсөн 30 июнгә тиклем йүгереү скринын “Russia Running” сайтындағы шәхси кабинетҡа һалырға һәм финишер сертификатын алырға кәрәк. 30 июндән һуң иһә ҡатнашыусы миҙалдарын почта аша тарата башлаясаҡтар.
– Стәрлетамаҡ онлайн-ярыммарафоны – йүгереүселәрҙе быйыл 13 сентябрҙә үткәрергә тип планлаштырылған Өфө халыҡ-ара марафонына яҡынайтыусы старт ул, – тип белдергән Владислав Литвинчук “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына.