Новости
28 Май 2020, 06:40

Интернетта сауҙа киңәйәсәк

Эшҡыуарлыҡ аҙнаһында эксперттар маркетплейстар һәм интернет-сауҙа тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.

Сараға сығыш яһаусы булараҡ саҡырылған “Ozon” һәм “AdvantShop” топ-менеджерҙары “Барыһы ла маркетплейстар хаҡында” тигән онлайн-дәрестә маркетплейстар менән эш башлау, коронавирус пандемияһы осоронда интернет-рекламаның үҙенсәлектәре һәм айырмалыҡтары хаҡында һөйләне.
“AdvantShop” платформаһына нигеҙ һалған эшҡыуар Камил Кәлимуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, интернет-магазинды тиҙ генә – ике аҙна эсендә эшләтеп ебәрергә мөмкин. “Онлайн-сауҙаны ойошторғанда иң мөһиме – ныҡлылыҡ һәм ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс. Эште интернет-сауҙаның ябай моделенән башларға кәрәк. IT-белгес булыу кәрәкмәй, магазинды ойоштороуҙың әҙер сервистарын файҙаланығыҙ”, – тине ул. Йүнсел шулай уҡ сауҙа технологияларының инструменттарҙан, маркетплейстарҙан һәм рекламанан мөһимерәк икәнлеген билдәләне. “Нисек сауҙа итеүебеҙ бик мөһим. Был – һөҙөмтә, ысын клиенттар, заказдар алыу һәм аҡса эшләү мөмкинлектәре нигеҙе”, – тине ул.
“Ozon” интернет-магазинының индустрия бәйләнештәре һәм корпоратив мөнәсәбәттәр буйынса әйҙәүсе белгесе Дарья Чалова төбәк йүнселдәре менән эшләүҙең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Ул ҙур маркетплейстар менән хеҙмәттәшлек итеү ҡатмарлыҡтары хаҡындағы уйҙырмаларҙы юҡҡа сығарҙы. “Ozon”дың 40 процент һатыусыларын шәхси эшҡыуарҙар тәшкил итә. Улар ассортиментты үҙҙәре һайлай һәм хаҡтар менән идара итә. Килем дә уның үҙенә бәйле”, – тине ул.
Эксперттар, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр шарттарында интернетта сауҙа киңәйәсәк һәм ошо хәл һаҡланасаҡ, сөнки йәмғиәттә “интернет-һатып алыусы” тигән образ барлыҡҡа килде, тигән берҙәм фекерҙә.
Камил Кәлимуллин әйтеүенсә, тикшереүҙәр ғинуарҙан апрелгә тиклем онлайн-һатып алыусыларҙың һиҙелерлек артыуын күрһәткән. Дарья Чалова интернет-сауҙаның эшҡыуарлыҡ үҫешенең драйверы икәнлеген билдәләне. “Барыһы ла маркетплейстар хаҡында” тигән онлайн-дәресте https://www.youtube.com/watch?v=tQx_qjwSbqc&featu.. һылтанмаһы аша инеп ҡарарға мөмкин.
Фото: sostav.ru.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас