Новости
28 Май 2020, 06:41

Ауылдан "Дон Жуан" килгән

Ауылдан килгән альфонс, үҙен сит ил кешеһе итеп танытып, гүзәл зат вәкилдәренең ышанысын яулап, мутлыҡтарын ҡылған...

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡарата енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән 44 йәшлек ирҙе тотҡан. Ул – Саҡмағош районынан. Үҙен сит ил кешеһе тип таныштырған был әҙәм ышаныусан ҡатындар менән башта романтик мөнәсәбәт булдырған, ә аҙаҡ уларҙың фатирына инеп, ҡиммәтле әйберҙәрен урлаған йөрөгән.
“Дон Жуан”дың бер ҡорбаны үҙе тарыған хәл хаҡында хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә һөйләгән. Хәбәр итеүенсә, һөйәре шылтыратҡас, ҡатын уны, ире өйҙә юҡлыҡтан файҙаланып, ҡунаҡҡа саҡырған. Эскәндәр. Иртән хужабикә ире ҡайтҡансы һөйәренең фатирҙан китеүен һораған. Тик уныһы ҡатындың битенә бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Аҙаҡ ювелир әйберҙәрен, телефонын, өс мең һум аҡсаһын алып ҡасҡан.
Ҡатын был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙғас, “сит ил кешеһе"нә ҡарата ике енәйәт эше асылған. Ул Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылынан булып сыҡҡан. Иргә ҡарата быға тиклем дә хөкөм ҡарары сығарылған булған. Әле ул һаҡ аҫтында.
Фото: proural.info.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас