Был хаҡта Әнүәр Нурғәлиев үҙенең сәхифәһендә һағышлы һүҙҙәр яҙған: “Яңғыҙ нигеҙ. Тормошта бер миҙгел эсендә барыһы ла үҙгәреүе мөмкин икән. Киләсәккә пландар ҡороу ҙа мөмкин түгел. Бер нисә йыл элек беҙҙең йорт бөтөнләй башҡаса ине. Әсәйем менән атайым уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн өйөбөҙҙө матурларға тырыштым. Тик бер миҙгелдә ул бер кемгә лә кәрәкмәҫ булып ҡалды. Эйе, беҙ нигеҙебеҙгә ҡайтабыҙ, ләкин унда элекке йылылыҡ юҡ, алтын менән тышлаһаң да, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай. Донъя бөтөнләй башҡа яҡҡа үҙгәрҙе. Әсәй - ул ябай әсә генә түгел, ел-дауыллы тормоштоң маяғы, яҡтылыҡ, нур сығанағы. Ҡыҙғаныс, бар ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ шул. Әсәйҙәрегеҙ иҫән саҡта уларҙы һаҡлағыҙ, ҡәҙерҙәрен белегеҙ!” - тип яҙа йырсы.
Ысынлап та, шағир яҙғанса, “әсәйһеҙ тыуған тупһаң да ҡараңғы, ҡара икән. Күңелдә тынмай торған, һыҙлатҡыс яра икән...”