Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Май 2020, 07:27
Ҡоҙоҡта – ҡот осҡос табыш
Туймазы районының Ҡандра ауылында ошо көндәрҙә ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡандар: ташландыҡ ҡоҙоҡтарҙың береһендә ир кәүҙәһен тапҡандар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, оҙаҡ ятыу сәбәпле һөлдәгә әүерелгән кәүҙә былтыр августа йортонан сығып китеп эҙһеҙ юғалған 65 йәшлек ирҙеке. Ул өҫтөнә ҡара спорт костюмы, ҡара сланцы кейгән булған, ошо көндән һуң уны бер кем дә күрмәгән. Ирҙе туғандары менән бер рәттән полиция һәм ирекмәндәр эҙләгән, тик уҙамандың эҙенә төшә алмағандар.
Әлегә ирҙең үлем сәбәбе һәм нисек ҡоҙоҡҡа эләккәне билдәһеҙ, быларҙың барыһын да суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ.
Фото: gtrk.tv
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/o-o-ta--ot-os-os-tabish-287490/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"