Төндә баш ҡаланың Октябрь районындағы торлаҡ йорттоң ихатаһында такси водителе музыка тыңлаған. Көслө тауыш бер иргә оҡшамаған (әле уның шәхесе асыҡлана).
“Билдәһеҙ ир тәүҙә иҫкәрмә яһаған. Ҡапыл низағ килеп сыҡҡас, ул таксистҡа газ пистолетынан атҡан да ҡасҡан”, – тип хәбәр иткәндәр “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына республика буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре был хәлде тикшерә, енәйәт ҡылған кешенең шәхесен асыҡлай. Таксистҡа медицина ярҙамы күрһәтелгән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-sl-muzika-s-n-287693/