Новости
27 Май 2020, 07:02

Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫһа...

Йәйге баҡса көтөлмәгән “сюрприздар”ға бай була. Ҡыҙыл ҡырмыҫҡа һөжүме – шундай хәлдәрҙең береһе. Унан нисек ҡотолорға?

1. Ҡыҙыл ҡырмыҫҡалар таҙалыҡты өнәмәй. Шуға күрә уларҙың һөжүменә дусар булмайым тиһәң, баҡсала сүп соҡорҙары, бысраҡ пакеттар, өҫтәлдә икмәк валсыҡтары булмаҫҡа тейеш. Өйҙәге плитә һәм иҙәндәр ҙә ялтырап торһон. Юҡһа, ҡырмыҫҡаларҙың баҡсанан өйгә “күсенә” торған ғәҙәте лә бар.

2. Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙан бор кислотаһы ла ҡотҡара. Аҙаҡ бер нисә төрлө ҡатнашма яһап ҡулланып ҡарарға мөмкин. Шулар араһында иң ябай ысул бер үк күләмдәге бор кислотаһы менән шәкәр ҡомон ҡатыштырыуҙан ғибәрәт. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы ҡағыҙға таратып, ҡыҙыл ҡырмыҫҡа ояһы янына ҡуйырға кәрәк. Бер стакан һыуға өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ике аш ҡалағы бал, 1/3 сәй ҡалағы бор кислотаһы һалып яһалған ҡатнашма урынлаштырһаң да була.

3. Ҡыҙыл ҡырмыҫҡаларҙы тауыш сығара торған, йә булмаһа магнитлы яйланмалар ярҙамында ҡурҡытам тимә. Ә бына еҫтәр дошманды еңергә ярҙам итәсәк. Был бөжәктәр һарымһаҡ, лаванда, һуған ҡабығы, төрлө тәмләткестәр, ҡара һәм ҡыҙыл борос, бөтнөк еҫен өнәмәй. Улар үҫкән баҡсала ҡырмыҫҡаларҙың эҙе лә булмаясаҡ. Алда телгә алынған үҫемлектәрҙең береһен дә ултыртмаған булһағыҙ, уларҙы ситтән йыйып алып ҡайтырға, баҡсаға киптерелгән килеш йәки төнәтмә рәүешендә лә урынлаштырырға мөмкин.

4. Баҡсалағы һәр ағас, ҡыуаҡ төбөнә кәрәсингә манылған сепрәк ҡуйып сыҡһаң да, ҡыҙыл ҡырмыҫҡа һөжүменән ҡурҡаһы юҡ.

5. Ҡоротҡостар ағас тамыры тирәһенә оялаған булһа, ҡырмыҫҡа ояһына аҡбур таратып, өҫтөнә һыу һибергә кәңәш ителә - тиҙ арала ҡасып бөтәсәктәр.

6. Кис менән ҡырмыҫҡалар бер тирәгә йыйылышҡас, ояларын көрәк менән ҡаҙып алып, биҙрә менән йорттан ситкә, миҫал өсөн, болон, урманға ла илтеп ҡуйырға мөмкин.

Фото: Twitter.com
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас