Был хаҡта прокуратураның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡатын лаборатория мөдире булып иҫәпләнгән. "Конфликт тыуыуға ҡарамаҫтан, етәксе уны төҙәтеү буйынса бер сара ла күрмәгән", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Директор вазифаһын башҡарыусы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, тип хәбәр итә Уфа1.ру порталы. Институт ғалимдары учреждениелағы баш-баштаҡлыҡты туҡтатыуҙа ярҙам һорап ил етәксеһенә лә мөрәжәғәт иткән. Был ғилми-тикшеренеү институты эшмәкәрлеге буйынса донъя лидерҙарының береһе һанала.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/atinina--580-me--um-premiya-287525/