Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
27 Май 2020, 06:58
"Асы" ла вахтасыларҙы оҙатты
Белорет районындағы “Асы” шифаханаһы биләмәһендә ойошторолған обсерваторҙағы вахтасыларҙың да карантин ваҡыты үтте. 12 майҙан бында Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан кешеләр йәшәгәйне.
Билдәле булыуынса, был ятҡылыҡта коронавирус инфекцияһы усағы барлыҡҡа килеп, эшселәр өсөн ҙур хәүеф тыуғайны. Башҡортостан етәкселеге тәүгеләрҙән булып яҡташтарыбыҙҙы тыуған яҡҡа алып ҡайтыуҙы ойошторҙо. Тик вахтасылар бында тәүҙә 14 көнлөк карантин үтергә тейеш ине. Уларҙы республика шифаханалары ҡабул итте.
Килгән һәр вахтасыны ныҡлап тикшерҙеләр, COVID-19 инфекцияһына тест алдылар, флюорография үткәрҙеләр. Эшселәрҙе уңайлы бүлмәләргә урынлаштырҙылар: унда душ, санузел, телевизор, шәхси гигиена саралары булды, йәшәгән урындарында уҡ ашатыу ойошторолдо.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көн һайын уларҙың һаулығын тикшереп торҙо, тән температураларын үлсәне. Бөгөн иһә, 14 көнлөк карантин үткәс, бында булған барлыҡ 139 вахтасы өйҙәренә ҡайтып китте.
"Уларҙың байтағы беҙҙең яҡта тәүге тапҡыр. Күптәр беҙгә аҙаҡ ғаиләләре менән ял итергә килергә теләк белдерҙе, – тине “Асы” шифаханаһы директоры Буранбай Ямалов. – Бөгөн обсерватор биләмәһенә йәнә “Башавтотранс” автобустары килде, һәм беҙҙең вахтасаларҙы Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларына алып киттеләр".
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Asi-la-vahtasilar-i-o-atti-288487/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"