Новости
26 Май 2020, 07:18

Ғәҙәти ризыҡҡа үҙенсәлек өҫтәп...

Йомортҡаны һеҙ нисек ҡураһығыҙ? Ошолай әҙерләп ҡарағанығыҙ бармы? Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Дүрт йомортҡа, ун шампиньон бәшмәге, бер баш һуған, тоҙ, борос, үҫемлек майы, йәшеллек алабыҙ.
Бәшмәктең ниндәй төрө булһа ла ярай. Уны таҙартып, йыуып, табала үҫемлек майында ике-өс минут көслө утта ҡурабыҙ. Шунан ваҡлап киҫелгән һуған өҫтәп, тоҙлап, борослап ҡыҙҙырабыҙ. Артабан йомортҡаларҙы берәмләп табаға һалабыҙ. Тағы ла тоҙ, борос өҫтәп, табаның ҡапҡасын ябып, талғын утта ун минут тирәһе тотабыҙ.
Йәшеллек һибеп, йылы килеш өҫтәлгә бирергә кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Food.inmyroom.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас