Новости
26 Май 2020, 07:07

"Шулай яратырмын тип кем уйлаған?"

Һандуғастыҡылай моңло тауышы менән меңдәрҙең күңелен әсир иткән йырсы Радмир Туйсин тирәһендә имеш-мимеш тынмай. Ә уға бәйле хәбәрҙәр бына нимәнән башланды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Радмир Париж улының ижадын яратҡандарҙан кемдер сәнғәт әһелен Учалы ҡалаһында күргән.

Артабан хәбәр “сарафан радио”һы аша йәшен тиҙлегендәй таралған. Кемдер Радмир Туйсиндың Учалы филармонияһына инеп барғанын алыҫтан булһа ла ҡарап ҡалған, икенсе берәү хатта уны мәҙәниәт усағының етәкселеге менән һөйләшеп тороуына хәтлем күҙәткән.
Шул иғтибарға лайыҡ, Радмир өсөн Учалы сит түгел. Егет күп йылдар ҡаланың мәҙәниәт усағында эшләне. Уның эштән китеүенә Учалы муниципаль филармонияһы етәкселеге ҡырҡа ҡаршы ине, бигерәк тә был яҡтың тамашасылары ауыр ҡабул итте. Уның ҡарауы, йырсы Учалы филармонияһына билдәлелек килтерҙе. Тимәк, ошо тарафтарҙа йөрөй икән, быға һис тә аптырайһы түгел. Бәлки, Радмирҙы Учалыға һағыныу тойғоһо юлландырғандыр.
"Әҙәм балаһы яҡшы тормошҡа тиҙ күнә, Учалыны шул тиклем ныҡ үҙ итермен тип уйламай ҙа инем", – тигәйне йырсы бер осрашҡанда.
Фото: Вәсил Сыңғыҙов.
Автор: Илдар Акьюлов.
Читайте нас