Новости
26 Май 2020, 07:12

Штраф һалдылармы? Прокурорға яҙ

Шишмә районында бер кешегә ҡурсаланыу режимын боҙған өсөн штраф һалғандар, ләкин прокурор уны юҡҡа сығартыуға өлгәшкән.

Асыҡланыуынса, полиция хеҙмәткәрҙәре был гражданған ҡарата быйыл апрелдә Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 6.3-сө статьяһының 2-се өлөшө буйынса (халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү өлкәһендәге ҡануниәтте боҙоу) протокол төҙөгән, уның нигеҙендә суд ошо кешегә 15 мең һум штраф һалған. Прокуратура был ҡарарҙы законһыҙ тип тапҡан һәм хоҡуҡ боҙоусының ҡылығы Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 20.6.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса баһаланырға тейешлеген белдергән (ғәҙәттән тыш хәл сығыу ҡурҡынысы булған биләмәлә йәки ғәҙәттән тыш хәл зонаһында юғары әҙерлек режимын индереүҙәге тәртип ҡағиҙәләрен үтәмәү), ә уның буйынса штраф бер мең һум ғына тәшкил итә. Башҡортостандың Юғары суды был дәлилдәр менән килешкән һәм район судының ҡарарын юҡҡа сығарған.
Фото: news2.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин.
Читайте нас