Новости
26 Май 2020, 07:11

Электрон тауыш бирә алабыҙмы?

Мәғлүм булыуынса, Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙә лә электрон алым ҡулланыласаҡ. Тик тотош илдә түгел.

"Алдан ҡулланылған Мәскәү технологияһы буйынса әлегә өс-дүрт төбәктә генә тауыш биреүҙәре мөмкин", – тине был йәһәттән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова.
Уның һүҙҙәренсә, үҙендә электрон тауыш биреүҙе үткәрергә теләгән төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең барлыҡ талаптарҙы ла үтәргә әҙерлеген дәлилләргә тейеш.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, электрон алым граждандарға үҙҙәренең округынан ситтә тороп, һайлау участкаһына бармайынса тауыш биреү мөмкинлеген аса.
Читайте нас