“Мин ҡыҙым тыуғанда шәхсән ҡатнаштым. Көтөп алған сабыйыбыҙҙың, яңы кеше тыуыуын күреү ҙур шатлыҡ ине. Әминәне неонатолог ҡараны һәм барыһы ла яҡшы булыуы хаҡында әйтте. Әммә биш сәғәттән һуң нимәлер булды. Бәпестең эсе күбә башланы, ул имеүҙән баш тартты, шешә ярҙамында ашатып ҡарау ҙа файҙа бирмәне.
Өйгә ҡайтҡас, Индиранан хәбәр алдым: “Әминәне реанимацияға һалдылар”. Нимә кисерҙемме? Ҡурҡыу, аңламау, эске һыҙланыу. Нисек? Ҡыҙыбыҙҙы бит тулыһынса сәләмәт тинеләр.
УЗИ һәм рентген тикшереүенән һуң табиптар беренсел диагноз ҡуйҙы: Гиршпрунг ауырыуы. Был сир осрағында кешенең эсәктәренең бер өлөшө эшләмәй. Был операция кәрәк тигәнде аңлата ине. Беҙ тағы ла нығыраҡ ҡурҡтыҡ. Ә Әминә тән ауырлығын юғалта барҙы, бөтөнләй ашаманы.
Бәпесебеҙ реанимацияла өс көн ятты. Уны зонд аша ашаттылар. Ә беҙгә махсус тәҙрә аша ҡарарға ғына рөхсәт ителде. Атай-әсәй өсөн иң ауыры – балаңды ҡулыңа ала, ҡосаҡлай, йәлләй, үбә алмау...
Сирҙең раҫланмауы хаҡында хәбәр иткәстәр, беҙ шатлығыбыҙҙан иланыҡ. Диагнозды “Әсә ҡарынындағы үҫеш мәлендәге инфекция” тип үҙгәрттеләр. Әммә был да яҡшы түгел ине. Шулай ҙа операцияның кәрәкмәүе беҙҙең өсөн үҙе шатлыҡ, уңыш ине.
Әминәне реанимациянан махсус боксҡа сығарҙылар. Ул ашай, ауырлыҡ йыя башланы һәм беҙҙе дауахананан сығарҙылар.
Был хәл тураһында беҙ бер кемгә лә һөйләмәнек, хатта атай-әсәйҙәребеҙгә лә. Нимәнән ҡурҡтыҡ? Белмәйем. Беҙҙең ҡурҡыу, хәүеф шул тиклем ҙур ине, уны кеше менән бүлешке килмәне.
Бер айҙан Әминә тағы реанимацияға эләкте, был юлы пневмония менән. Сабыйыбыҙ шул тиклем күп һынауҙар аша үтте, уға тыуыу менән көрәшергә тура килде. Ә бөгөн һөйкөмлө генә ҡыҙыбыҙҙың барыһы ла яҡшы. Ул һеҙҙең барығыҙға ла йылмая һәм сәләм еткерә. Ураҙа байрамында уға дүрт ай тулды. Кәләшемдең Әминәгә ауырлы булыуын да былтыр изге Рамаҙан айында белгәйнек...”
Нәбиевтарҙың бәләкәс ҡыҙына – ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, башҡаса бер ҡасан да сәләмәтлеге йәһәтенән атай-әсәйен борсоуға һалырға яҙмаһын, ә үҙҙәренә – ғаилә именлеге һәм бәхетле, мөхәббәтле ғүмер!
Фото: Р. Нәбиевтың “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһенән.