Ул Федоровка районының Болғар ауылында тыуа. Бала сағы ауыр була. Утыҙынсы йылдарҙа атаһы нахаҡҡа ғәйепләнеп ике тапҡыр аҡлана. Себергә ебәрәләр. Суфьян Макашев ике улын - Әмирйән менән Сабирйәнде үҙе менән бергә алып бара. Унда малайҙар башланғыс белем ала. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Сабирйән Стәрлебаш районының Артюховка ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылдың ғинуарында Федоровка районының Тәнәй ауыл Советы башҡарма комитеты секретары булып башлай.
Бер йылдан армияға саҡырталар. Әстрхан хәрби-пехота училищеһында тиҙләтелгән курстарҙан һуң фронтҡа ебәрәләр. Курск дуғаһында алыштарҙа ҡатнаша. Ҡаты яралана. Госпиталдән һуң уны комиссиялайҙар.
Уның барлыҡ тормошо урман хужалығы менән бәйле. 1944-1950 йылдарҙа Федоровка урмансылығында бухгалтер булып эшләй, артабан ун йыл дауамында - республиканың Стәрлебаш һәм Маҡар урмансылығы етәксеһе ярҙамсыһы була. 1960-1985 йылдарҙа - Стәрлебаш урмансылығы урмансыһы. Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһында урман техникумын һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын ситтән тороп тамамлай.
Райондың урман хужалығында ғәйәт ҙур күләмле эштәр башҡарыла. Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрендә ентеклерәк туҡталып үтәйек. Өлкән быуын кешеләре ҡасандыр район үҙәгенең төньяғында урынлашҡан Стәрле тауының ниндәй булыуын яҡшы хәтерләйҙер. Бер ваҡыт Сабирйән Суфьян улы ошо урынды йәшелләндереү идеяһы менән яна башлай. Идея барлыҡҡа килә, ә бына уны нисек тормошҡа ашырырға? Район етәкселеге, әлбиттә, уның был башланғысын хуплай, әммә сәбәп башҡа нимәлә була. Тикшереү үткәргәндән һуң Өфө ҡалаһы ғалимдары шундай һығымта яһай: был текә тау битләүе урман үҫтереүгә яраҡлы түгел. Ленинград урман техникумы академияһына мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәй. Әммә шулай ҙа һынау өсөн ағас үҫентеләре ултыртып ҡарайҙар. Ҡарағас ултырталар - ул ерегеп китә алмай. Бына күрәһегеҙме, беҙ бит әйттек: туҡтағыҙ, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ, тип әйтеүселәр ҙә табыла... Әммә Сабирйән Суфьян улы ныҡышмалы рәүештә алға бырыуын дауам итә. Эксперимент сифатында ҡарағай ағасын һайлайҙар. Һәм 60-сы йылдар уртаһында, ниһайәт, тәжрибә килеп сыға. Яланғас тау битләүенә күпләп ағас үҫентеләре ултыртыу башлана. Район үҙәге халҡы ҡушыла. Кешеләр үҙҙәре ер ҡаҙып, ағастар ултырта. Халыҡ дәртләнеп эшләй. Был эш үҙенә бына шулай юл яра. Биш йыл эсендә тау битләүендә 60 гектар майҙанда ағас ултыртыла.
Хәҙер ҡасандыр буш һәм уңдырышһыҙ ташлы тауҙы йәшел ҡарағай ағастары йәмләй. Был, әйткәндәй, Башҡортостандың Урал алдында текә тау битләүендә ултыртылған тәүге ағастар була. Һуңынан Макашев ҡарағастың да ерегеп китә алыуын иҫбатлай, бының өсөн уны ҡайын менән бергә ултыртырға кәрәк. Артабан - күберәк. Сабирйән Суфьян улы эшләгән йылдарҙа мең гектар майҙан тиерлек үҙләштерелә. Баҡый, Иҫке Ҡалҡаш, Ҡарағош, Ҡабыҡҡыуыш, Ямғырсы, Борисовка, Табылды, Буҙат ауылдары эргәһендә йәшел тауҙар барлыҡҡа кирлә. Был эш бына шулай йәйелдерелә. Дөрөҫөрәге, бында бик күп урындарҙа террасалар - ағас ултыртыу өсөн механизмдар ҡулланыла.
Ә бына икенсе миҫал. Сабирйән Суфьян улы үҙе хәтерләүенсә, 1965 йылда беҙҙең районда баҫыуҙарҙы һаҡлау буйынса урман һыҙаттарына ағастар ултыртыу эше яңыртыла. Ҙур мәшәҡәттәр көтә. Тәү сиратта, бик күп сәсеү материалы талап ителә. Шуға күрә беҙҙең урмансылыҡтың питомнигы өсөн өҫтәмә рәүештә «Стәрле» колхозынан алты гектар ер бүлеп бирәләр. Ошо участкала Сәғиҙә Абдрахманова, Гөлзифа Мәхмүтова, Миңлегөл Хәлитова, Разыя Ғәлиәкбәрова, Гәүһәр Биктимерова һәм башҡалар яҡшы эшләй.
Эш пландары төҙөлә. Беҙҙең райондың күп өлөшөн, билдәле булыуынса, ҡалҡыулыҡтар, тау битләүҙәре, уйһыулыҡтар, үҙәндәр, һыҙаттар биләй һәм был тупраҡтың һыу менән йыуылыуына булышлыҡ итә. Эҫе елдәр ҙә беҙҙә йыш булғылай. Район территорияһының өстән ике өлөшө - дала була, унда шул йылдарҙа бөтөнләй урман булмай. Урман һыҙаттары ниндәйҙер кимәлдә баҫыуҙарҙың уңдырышлығын арттырырға тейеш була.
Өс йыл эсендә өс хужалыҡта («Маяҡ», «Правда», Ленин исемендәге) урман һыҙаттары комплекстарын булдырыу тамамлана, баҫыуҙар урман һыҙаттары менән уратып алына. Был эш башҡа хужалыҡтарҙа ла алып барыла. Әһәмиәтле майҙандарҙа шулай уҡ юл эргәһендә урман һыҙаттары булдырыла.
КПСС район комитеты һәм район башҡарма комитеты етәкселәре баҫыуҙарҙы һаҡлаусы урман һыҙаттарын булдырыу эшенә ҙур иғтибар бирә. Стәрлетамаҡ урмандар берләшмәһенең генераль директоры Иван Воронов та шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәтә.
60-70-се йылдарҙа тағы бер изге эш башҡарыла - бөтә зыяраттарҙы йәшелләндерәләр. Тәүҙә «Спутник» колхозы етәкселеге инициативаһы буйынса был эште Ҡарағош ауылында башҡаралар, һуңынан - башҡа ауылдарҙа. Был урмансылыҡ тарафынан бушлай эшләнә.
Бер ваҡыт урмансылыҡтың абруйлы ветераны ошондай фекере менән уртаҡлашты. Һөнәри сифаттарынан тыш, Сабирйән Суфьян улы изге күңелле, ярҙамсыл, талапсан һәм ғәҙел, һиҙгер кеше булараҡ, бик күп хеҙмәттәштәре өсөн изгелекле һәм түҙемле остазға әйләнә. Уға һәр ваҡыт ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин була. Ул бер ваҡытта ла кешегә тауышын күтәрмәй, кешене кәмһетмәй, әрләмәй. Сабирйән Суфьян улы үҙе эргәһендә эшлекле команда йыя, унда инициативалы, үҙ эшенә тоғро кешеләр эшләй. Улар араһында урмансылар Ҡыям Ғәниев, Риф Мәхмүтов, Рафаэль Исхаҡов, Басир Мөрәсев, Хәсән Сәләхетдинов, Хөсәйен Ғәзизуллин һ.б. бар.
Көслө ихтыярлы Макашев белемгә, барлыҡ яңылыҡтарға ынтылыуы менән башҡаларҙан айырыла. Ул 12 йыл республиканың Урман хужалығы министрлығы Коллегияһы ағзаһы була. ГДРға барғанында Көнсығыш Германияла урмансылыҡ предприятиеһында шул осорҙағы иң яҡшы тәжрибәне өйрәнә. Шунда күргәндәрҙең күбеһен үҙебеҙҙең урмансылыҡта ҡуллана, башҡаларға кәңәш бирә. Сөнки ул ваҡытта беҙҙә республика, Бөтә Рәсәй семинарҙары үткәрелә. Урман үҫтереү буйынса Стәрлебаш урмансыларының эш тәжрибәһе менән Ленинград, Мәскәү, Швейцария, Канада, Финляндия, Германия ғалимдары ҡыҙыҡһына.
Урмандарҙы тергеҙеү эше киң алып барыла. Урмансы булып эшләү ваҡытында 5 меңдән ашыу гектар майҙанда ағас ултыртыла. Шул иҫәптән ылыҫлы ағастар орлоғон сәсеү йәйелдерелә. Шишмәләрҙе һәм халыҡтың ял итеү урындарын төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса ла шулай уҡ бик күп эшләнә. Буҙат ауыл Советы территорияһын ғына алып ҡарайыҡ. Бында 400ҙән ашыу гектар майҙанға ылыҫлы ағас ултыртыла, ошо урында тәбиғи рәүештә 27 шишмә тергеҙелә.
Дөйөм алғанда, ҡаҙаныштар күберәк. 1978 йылда Стәрлебаш урмансылығы коллективына үҫентеләрҙең һәйбәт ерегеп китеүен тәьмин иткәндәре өсөн Башҡортостан Министрҙар Советы һәм урман хеҙмәтсәндәре профсоюзы Өлкә Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағын тапшыралар. Киләсәктә был байраҡ тағы ике тапҡыр тапшырыла, һәм ул стәрлебаштарҙа мәңгелеккә ҡала. Ә 1985 йылда беҙҙең урмансылыҡ РСФСР Урман хужалығы министрлығының Ҡыҙыл Байрағына лайыҡ була. Сабирйән Суфьян улын 1975 йылда Октябрь революцияһы ордены менән бүләкләйҙәр, ә 1978 йылда «РСФСРҙың атҡаҙанған урмансыһы» маҡтаулы исеме бирелә.
Ул 1985 йылда хаҡлы ялға сыға. Урмансы вазифаһына шул ваҡытта Ишембай районы колхоздарының береһендә рәйес булып эшләгән уның улы Рәфисте тәҡдим итәләр. Әйткәндәй, уның, атаһыныҡы кеүек үк, шулай уҡ урман техникумы һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультеты дипломдары була. Рәфис Сабирйән улы 22 йыл ошо урмансылыҡҡа уңышлы етәкселек итә.
Әммә Сабирйән Макашевҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Хатта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул урманға, тәбиғәткә бәйле эштәрҙән ситтә ҡалмай. Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең район советы рәйесе була, ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Ул иҡтисад фәндәре докторы Рәфис Фәйзуллин менән бергәләп «Зеленый щит Предуральской степи» китабын сығара.
Уның тормош иптәше Ғәйшә Лотфулла ҡыҙы һәр ваҡыт эш менән мәшғүл булған ире Сабирйән Суфьян улы өсөн йылы усаҡ булдырып, уның рухи яҡтан терәге була. Бөгөн дә улы Рәфис, ҡыҙҙары Зөлфирә менән Фәниә, ейәндәре атайҙары һәм олатайҙары тураһында һөйләгәндә уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡый.
- Ул нисектер ҡапыл китеп барҙы, - тип хәтерләй Рәфис Фәйзуллин. - Осраҡлы осрашыу ваҡытында Стәрлетамаҡта ун көнлөк дауалау курсы үтергә йыйыныуын хәбәр итте. Планлаштырылған эш буйынса осрашыуҙы кисектереүҙе үтенде. Әммә бер аҙнанан беҙгә ҡайғылы хәбәр килде - 72 йәшендә Сабирйән Макашев яҡты донъя менән хушлашты.
Әммә уның тураһында хәтер йәшәй. Родионовка ауылы ҡаршыһында Стәрлебаш-Айҙарәле юлы ситендә «Сабирйән Макашевтың шишмәһе» тигән яҙыу күҙгә ташлана. Был урын матур итеп төҙөкләндерелгән. Юлсылар бында туҡтап ял итә, саф шишмә һыуын эсә, тәбиғәткә һоҡлана. Урман Кордоны ауылындағы урам уның исемен йөрөтә. Йыл һайын март айында Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы иҫтәлегенә район шахмат турниры үткәрелә. Йәиһә бына район үҙәгендә Макашев тауы. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә кешенең күңелендә хәтер йәшәй.