- Был 250 гектар майҙан биләгән баҫыу һуңғыһы. Уға бойҙай сәсәбеҙ, - тине хужалыҡ етәксеһе Азат Заһиҙуллин быйылғы сәсеү эштәре барышы менән ҡәнәғәт булып. - Көндәр һәйбәт торҙо, ямғырҙар яуыу сәбәпле эштәр тотҡарланманы. Беҙ сәсеүҙе көттөк, уға әҙерләндек һәм бына ул тамамланды ла.
Яҙғы-баҫыу эштәре хужалыҡта икенсе майҙа башланған - механизаторҙар ужым культураларына ашлама индергән. Ағымдағы йылда баҫыуҙарға 40 тонна минераль ашлама индерелгән. Сәсеү эштәренә майҙың бишендә тотонғандар. «Альянс» йәмғиәтендә яҙғы культуралар менән сәсеүлектәр мең гектар майҙан тәшкил итә, шуның яртыһына бойҙай сәселәсәк. Ҡалған майҙанды һоло менән арпа биләй.
... Беҙҙең алда һуңғы гектарҙарҙа Радмир Сәйәғфәров менән Ясир Мусин идара иткән ике агрегат сәсеү эштәре алып барған баҫыу йәйрәп ята. Ришат Нуриев катоклау менән мәшғүл. Рәмил Нуриев хужалыҡҡа йыл һайын ярҙам итә.
- Һаулығым булғанда ярҙам итәм әле, - ти ул. - Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем урман хужалығында,райпо системаһында эшләнем. Хәҙер бына баҫыу буйлап орлоҡ ташыйым.
Уның командаһында шулай уҡ сәсеүселәр Илшат Вахитов менән Василий Лехонин эшләй, улар сәскестәргә орлоҡ һала.
Сәсеү агрегаттары менән тракторҙар баҫыуҙарға иртәнге сәғәт етенән киске сәғәт унға тиклем орлоҡ ташый. Һәм тағы ла етәксе яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты, ошо көндәрҙә яңы МТЗ-82 тракторы алып ҡайталар. Ул сәсеү ваҡытында булһа эштәр ырамлы барыр ине, әммә илдә эпидемиологик хәл-торош арҡаһында документтарҙы ваҡытында әҙерләй алмағандар һәм уны килтереү оҙаҡҡа һуҙылған. Миҙгел яңы башланып ҡына тора, шуға техника эшһеҙ ултырмаясаҡ.
Ошо мәҡәлә гәзит биттәрендә баҫылып сығыуға «Альянс» йәмғиәтендә, моғайын, сәсеү тамамланған булыр - унда ҡатнашыусылар эшкә ныҡлы тотонған. «Бөгөн ямғыр яуа тинеләр, әммә беҙ шуға ҡарамаҫтан, кискә тиклем баҫыуға сәсеп бөтөргә тырышабыҙ», - тип вәғәҙә итте эшсәндәр. Йәшергәндәр һүҙендә тора белә.