- Зөлфирә апай, минең ҡарт олатайымдың ата-әсәһе кем булған?
- Ул Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында тыуа. Граждандар һуғышы барған осор. Быны өләсәйебеҙ йыш хәтерләй ине, яңы тыуған сабыйға исем ҡушырға әҙерләнгәндә өйҙә байрам кәйефе була: ҡаҙанда аш бешә, ләүәш һалалар, ҡунаҡтар саҡыралар. Әммә шул саҡ өйгә аҡтар килеп инә, ризыҡтың бер өлөшөн ашайҙар, бер өлөшөн ташлайҙар, ә ҡунаҡтарҙың кейемдәрен талап алып китәләр.
Артабан коллективлаштырыу башлана. Беҙҙең ғаилә ул ваҡытта хәлле тип иҫәпләнә: ике һыйыр, 20 һарыҡ, һәйбәт өй, һарай, бер нисә сутый ер була. Олатайыбыҙҙы кулак тип, Себергә һөргөнгә ебәрәләр, ә ғаиләһен тыуған йортонан ҡыуып сығаралар. Өләсәйебеҙ тәүге мәлдә таныштарының мунсаһында йәшәүҙәрен һөйләй торғайны. Бер йылдан олатай йәйәүләп ҡасып ҡайта.
- Ҡарт олатайҙы ҡасан һуғышҡа алғандар? Ул кем булып хеҙмәт иткән?
- 1942 йылда ғына алғандар, имеш, кулак улы тип, алданыраҡ алырға теләмәйҙәр. Уға 22 йәш була. Атайым тәүге ике йылда разведкала хеҙмәт итеүен һөйләй торғайны. Ошо ваҡыт эсендә улар полкташтары менән яланда йәшәй һәм йорттарға инмәй: бер нисә ай йыуынмайҙар, керҙәрен дә йыумайҙар. Ҡултыҡ аҫтынан услап бет алыуҙарын, ә уларҙан шинелдең ҡыжмырлап тороуын һөйләй ине.
- Уға ҡурҡыныс булғандыр, моғайын?
- Тәүҙә алдынғы һыҙыҡта булғанда ғына ҡурҡыныс булды, тип әйтә ине. Ә һуңынан ҡурҡыу бөтә. Һуғыш ғәҙәти тормошҡа әүерелә һәм уға улар яраҡлаша. Атайым уларҙың тик бер генә маҡсат булыуын - Көнбайышҡа барырға кәрәклеген һөйләй торғайны.
Ул фәрештәләренең булыуына ышана ине, тап улар уны үлемдән бер нисә тапҡыр ҡотҡара. Йөҙҙәрсә иптәше һәләк булғанда ла атайым иҫән ҡала. Етди яралары булмай. Бер ваҡыт ул үҙенең командиры менән бергәләп разведкаға бара. Улар ҡыуаҡтан-ҡыуаҡҡа йүгереп, береһе эргәһендә туҡтайҙар. Дошмандың атыуы туҡтағас атайым иптәшенә артабан барырға тип әйтергә теләй. Әммә артына әйләнһә, командир үлгән.
Йәки бына икенсе хәл. Разведканан һуң атайым Днепр аша сығыуҙа ҡатнаша. Бер ярҙа немецтар, икенсеһендә - Совет ғәскәрҙәре тора. Дошман снарядтары һәм пулялары аҫтында ул полкташтары менән бергәләп ошо йылғаны кисеп сыға. Уның йәнәшәһендәге һалдаттар һәләк була, йылға өҫтөндә уларҙың баш кейемдәре генә йөҙөп йөрөй, ә йылға ҡандан алһыу төҫкә инә, ә ул икенсе ярға иҫән-имен сығып етә.
Бер ваҡыт алыш мәлендә ҡулының ныҡ ауыртыуын тойоп, өҙөлгәндер тип уйлай хатта. Шинелен, гимнастеркаһын сисеп ҡараһа, пуля ниндәйҙер мөғжизә менән уның эске кейемендә ҡалған була. Дөйөм алғанда, бер аҙ имгәнә генә. Әммә шулай ҙа һуғыш мәлендә атайымдың үпкәһенә ныҡ һыуыҡ тейә, һәм был һуңынан ғүмер буйына уның сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ул флюорографияның һүрәттәрен сағыштырып: быйыл үпкәләге таптар ҙурайған, тип ултыра торғайны...
- Ә һуғыштан һуң ул нимә эшләне?
- Һуғыштан һуң тағы бер йыл Польшала хеҙмәт итеп, 1946 йылда ғына ҡайта. Икмәкханала эшләнем, тип һөйләй торғайны. Уның хәтере ныҡ яҡшы булды. Мин атайымдың ауылдаштары менән һөйләшкәндә үҙенең хәрби юлын ентекле, һәр ауылдың исемен, хатта урамдарҙы әйтеп һөйләгәнен ишеткәнем булды.
Минйыһан тигән исемле һылыуҡайға өйләнә. Ул һуғыш ваҡытында колхозда комбайнсы булып эшләй. Олоғайғас, әсәйем ике бала менән юл төҙөлөшөндә ҡатнашҡанын хәтерләй торғайны. Бер балаһын ҡулдан эшләнгән арбаға ултырта, икенсеһе ошо арбаға тотоноп тора, ә ул үҙе көрәк менән эшләй. Атайым үлгәндә мин бәләкәй генә инем. Был иртән булды, беҙ йыуынабыҙ, ә ул беҙгә сүмес менән һыу биреп тора. Һәм ҡапыл эсем ауырта, тип йығылып китте. Уны осраҡлы машинала район үҙәгенә алып киттеләр. Ял көнө ине, табиптар урында булмаған. Ул дауаханала үлгән дә инде. Уның аппендицит өйәнәге булған.
Беҙҙең әсәйебеҙ алты бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Өлкән ҡыҙына ул ваҡытта 16, бәләкәйенә - ике йәш була.
Бүләкләү документтарынан:
«Мина килтереүсе гвардия ҡыҙылармиясыһы Мифтахов Хөснулланы Березино йылғаһы аша һалда ҡаршы ярға беренсе булып сыҡҡаны өсөн бүләкләргә, ул алты тартма мина алып сыға, унда Брили ауылына һөжүм өсөн плацдарм тәьмин ителә. Йылғаны кире сыҡҡан мәлдә авиация һөжүме менән һал шартлатыла, ә Мифтахов контузия ала, әммә шулай ҙа йылға аша сығып, батарея командирының өҫтәмә рәүештә миналар килтереү тураһында бойороғон тапшыра».
«Батареяның хәрби боепитаниеһын йөрөтөүсе гвардия ҡыҙылармиясыһы Мифтахов Хөснулланы 1945 йылдың 12 февралендә дошмандың көслө уты аҫтында хәрби припастар менән оҫта тәьмин иткәне һәм миномет тоҫҡаусыһы сафтан сыҡҡас, иптәш Мифтаховты Франкенхаген ауылын алғанға тиклем уны урында алмаштырғаны өсөн бүләкләргә».
Олатайыбыҙға ҡарата кисергән ғорурлыҡ хисе тураһында ла яҙғы килә. 3 класс белеме булыуға ҡармаҫатан, ул бик аҡыллы кеше була. Үҙенең өлкән ҡыҙҙарына алгебра, геометрия, физиканан мәсьәләләр сисергә ярҙамлаша, уларҙы сисеү юлын аңлата. Бик белемле һәм изге күңелле кеше була. Инәйҙәр ул бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәне тип һөйләй.
Беҙҙең ғаилә өсөн «Үлемһеҙ полк» бик тулҡынландырғыс ваҡиға, сөнки ҡарт олатайыбыҙ ҡулға-ҡул тотоношоп беҙҙең менән бергә барған һәм бөйөк Еңеүҙе байрам иткән кеүек хис итәбеҙ.
Был глобаль масштабта ла, һәр аныҡ осраҡта ла уҙғандарҙы һәм киләсәкте бәйләп тороусы еп булып тора, сөнки Үлемһеҙ полк һалдаттары ярҙамында ғына беҙ туған телебеҙҙә һөйләшәбеҙ һәм тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәйбеҙ. Һәм ошо йәһәттән ата-бабаларыбыҙға рәхмәттәр әйтеп арымаясаҡбыҙ.