Бәләкәй саҡтан уҡ ул ысын башҡорт һылыуҡайы булып үҫә. Уның әсәһе Фәрзәнә Сафа ҡыҙы ауыл клубын етәкләй һәм йыш ҡына ҡыҙына концерттарҙы алып барыуҙы йөкмәтә. Шуға күрә мәктәп йылдарында Фәнүзә күп ваҡытын сәхнәлә үткәрә, йырлай, тыпырҙатып һәм бармаҡ сиртеп башҡортса бейей. Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбендә һигеҙ йыллыҡ белем алғандан һуң, ул уҡыуын 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә дауам итә. Бында уға үҙ эшенең оҫталары булған уҡытыусылар белем бирә. Ҡыҙҙың яҙмышына йоғонто яһаған уҡытыусыларҙың береһе Ләлә Барый ҡыҙы Рәхимова була. Уның химия дәрестәрен Фәнүзә бик ярата һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнә, шуға күрә мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Башҡорт дәүләт университетының тап химия факультетын һайлай. Алсаҡ, яғымлы ҡыҙ һәр ваҡыт сәнғәт һәм ижад тураһында хыялланһа ла, уның ата-әсәһе ҡыҙҙарының уҡытыусы булыуын теләй, шуға ул уларҙы тыңламайынса булдыра алмай.
1982 йылда ул тәүге тапҡыр тыуған йортонан алыҫ сығып китә. Хәҙер иһә тормош ҡайнап торған Өфө ҡалаһы уға яңы тормош дәрестәре өйрәтә. Бик ауыр була, тыуған ауылын, ауылдаштарын, дүрт һеңлеһен, ата-әсәһе һәм яратҡан Фәйрүзә менән Минһылыу өләсәйҙәрен һағына. Ҡасандыр уның атаһы Кинйәмырҙа Минемырҙа улы Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инеп, әсәһенең сирләүе һәм ауыр тормош арҡаһында уҡыуын дауам итә алмай. Һәм үҙенең ҡыҙҙарына ул һәр ваҡыт: «Ҡыҙҙарым! Һеҙгә уҡырға кәрәк, һеҙ мотлаҡ белем алырға тейеш!» тип ҡабатлай.
Ҡулына диплом алғандан һуң Фәнүзә Өфө ҡалаһының 20 һанлы башҡорт мәктәбенә химия уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Оҙон толомло йәш уҡытыусыны партияға алалар һәм пионерҙар, комсомолдарҙың кураторы итеп йәмәғәт эшен йөкмәтәләр. Башҡорт телендә бихисап саралар үткәрә:
- Мәктәпкә беренсе тапҡыр эшкә килгәндә бик ныҡ тулҡынланыуымды хәтерләйем, - тип һөйләй Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы үҙенең уҡытыусылыҡ эше тураһында. - Үҙемде нисек кенә батыр тоторға тырышһам да, борсолоу ҡала ине. Бына шундай мин - һәр яңы нимәгә һағайып ҡарайым, әммә һуңынан баш-көллө эшкә сумам һәм бөтә шиктәр ҡул менән алып ташлағандай юҡ була.
Был милли мәҙәниәт һәм тел тергеҙелә башлаған 90-сы йылдар башына тура килгән осор була.
Бер ваҡыт Башҡортостан радиоһының балалар редакцияһы мөхәррире һәм алып барыусыһы Фәрғәт Ҡунафин мәктәптә үткәрелгән сараларҙың береһендә була. Интервью ваҡытында ул уҡытыусының мөләйем тауышына, балаларҙы ҡыҙыҡтыра алған оҫта ойоштороусы булыуына иғтибар итә. Радиотапшырыуҙы әҙерләгән мәлдә режиссер Альбина Закирова ла Фәнүзәнең тауышын оҡшата. Тап ул уны телеүҙәккә саҡыра һәм шул көндө студияла беренсе тапҡыр уның тауышын яҙҙыртып ҡарайҙар.
Бына шулай Башрадио режиссеры Альбина Закирова уның кандидатураһын «Төп әкиәтсе» вазифаһына тәҡдим итә. Туғыҙ ай дауамында ул Башҡортостан радиоһында башҡорт телендә кескәйҙәргә әкиәттәр уҡып, тапшырыуҙар алып бара.
Бер ваҡыт телеүҙәк коридорында уны музыка редакцияһы етәксеһе Фәниә Хәлитова - Сөләймәнова туҡтата һәм үҙенә эшкә саҡыра. Был тәҡдим Фәнүзә өсөн көтөлмәгән була: «Нисек инде мин химик радиоға эшкә барырмын» тип уйлай. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры кабинетына әңгәмәгә барғанда уның тулҡынланыуҙан тубыҡтары ҡалтырай, әммә ижад кешеләре холоҡ-фиғелдәре менән башҡаларҙан айырылып тора. Улар әңгәмәне радио һәм телевидениела математиктар, физиктар һәм химиктар ҙа эшләй тигән күңелле шаяртыу һүҙҙәре менән башлай. Оҙаҡламай - даими нигеҙҙә балалар бүлеге мөхәррире булып эшләй, һуңынан йәштәр бүлеген етәкләй.
«Етегән» программаһы беренсе етди проект була. Ул ваҡытта мөхәррирҙәр - «Һәр сюжетта проблемалы мәсьәләне күтәрергә!» тигән төп ҡағиҙәгә таянып эшләй. Сираттағы тапшырыуға әҙерләнгәндә йәш ҡыҙ: «Ни өсөн башҡорт ауылдарына иғтибар бирмәҫкә?» тип уйға ҡала. Мәҫәлән, республиканың алыҫ райондарында Өфөнөң юғары уҡыу йорттары, уларға ҡабул итеү шарттары тураһында күптәр белмәй ҙә бит...
Яңы эшендә ул, тәү сиратта, төрлө кешеләр менән аралаша. Ҡулына диктофон тотоп, Фәнүзә Баһауетдинова тотош республиканы йөрөп сыға. Ул һәр район һәм ҡаланың үҙенсәлектәрен белә. Уның донъяға ҡарашы бала саҡта уҡ барлыҡҡа килә. Шул саҡта уҡ ул ябай кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, билдәле һығымталар яһай. Сөнки әңгәмәсе менән уртаҡ тел табып, уның холҡон асыу еңел түгел. Әммә Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы был йәһәттән эшен яҡшы башҡара, интервью ваҡытында уға ышаналар һәм ихлас әңгәмәләшәләр. Ул әҙерләгән тапшырыуҙар мөһим һәм көнүҙәк булыуҙары менән айырылып тора.
Ижади төркөм (ул ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары булған йәш Артур Дәүләтбәков, Рәзилә Барлыбаева, Гөлдәр Ишҡыуатова, Урал Ғибәҙәтов, Радик Ғөбәйҙуллин һәм Фәнүзә үҙе) ғәҙәти булмаған гастролдәр менән республиканының байтаҡ райондарын йөрөп сыға. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәнән тыш ауыл халҡын дискотека менән концерт та көтә: Гөлдәр менән Рәзилә оҫта йырлайҙар, Артур Дәүләтбәков думбырала, Урал - ҡурайҙа, Радик - баянда уйнай. Ә Фәнүзә алып барыусы була һәм халыҡҡа башҡорт бейеүҙәрен бүләк итә.
- Йылы, ихлас ҡаршы алалар ине. Белорет районының Әхмәр ауылына концертҡа күрше дүрт ауылдан тамашасылар килгәнен хәтерләйем, ауыл клубында алма төшөргә лә урын ҡалмағайны...
Шулай килеп сыға, яҙмыш яңы һөнәр аша уның тормошон ижад менән бәйләргә тигән хыялын тормошҡа ашыра. Өҫтәүенә, 1997 йылда ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында диплом эшен яҡлап, режиссер квалификацияһын ала.
90-сы йылдар уртаһында Башҡортостан телевидениеһында иртәнге «Сәләм» тапшырыуын асалар. Фәнүзә Баһауетдинова был тапшырыуҙың тәүге алып барыусыларының береһе була. Ул бөгөн дә иртәһен ниндәйҙер яңылыҡ эҙләүҙән башлай. Концерт программалары, яңы проекттар һәм сценарийҙар төҙөү күп көс һәм илһам талап итә. Ә ул уны үҙенең тыуған еренән ала. Яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәй, мәҫәлән, быйыл Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы ауылына ҡайтып, «Ибраҡай таңдары» тип аталған фольклор ансамбль ойоштора һәм «Йырсы ауыл» республика конкурсында Ибраҡай данын яҡлап, уңышлы сығыш яһайҙар. Киләсәктә лә ошо ансамбль тарҡалмайынса, репертуарҙарын байытып үҫешһен ине тигән ҙур хыялы бар Фәнүзәнең. Шулай уҡ уның тапшырыуҙарында Стәрлебаш районының тормошо тураһында репортаждарҙы ла йыш ишетергә мөмкин. Бынан тыш, ул ошо ерҙә тыуып үҫкән билдәле яҡташтарының ижади портреттарын әҙерләй. Мәҫәлән, Хәкимйән Сәғитов, Әнисә Яхина, Шамил Рәхмәтуллин, Наил Ғәлиев, Фәүҡәт Ҡотлошин, Флүрә Арыҫланғолова һәм башҡаларҙыҡын. Байтаҡ йылдар эш сәфәре менән республика райондары тормошо менән танышып ижади эшләгәндән һуң, ул тап Стәрлебаш ере медицина, мәҙәниәт һәм журналистика өлкәһендә һәләтле кешеләр тәрбиәләп үҫтергән төбәк тигән һығымта яһай. Уның менән бергә республика каналдарында Таһир Вахитов, Рәмзит Әбүләев, Альбина Ҡасимханова, Азамат Муллағолов, Айгөл Сәлихова һәм башҡалар эшләй.
Тыуған йорто әле лә уның өсөн көс-дәрт сығанағы булып тора. Тап Ибраҡайҙа ул уй-ниәттәрен һәм идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн яңы көс таба. Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы һәйбәт психолог, ул һәр ваҡыт кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бындай ваҡытта уның күңеле киң.
Атайҙарының теләге ҡабул була, биш ҡыҙы ла уҡып, һөнәрле була. Хәҙер ҡыҙҙарының дүртеһе Өфөлә, араларында ике уҡытыусы, медик, журналист һәм китапханасы бар. Фәнүзә һеңлеләре Гөлнара, Земфира, Светлана һәм Флүзәнең һәр уңышына шатлана, һәр ҡайһыһы менән ғорурлана.
Улар бала саҡта атаһының әсәһе - Фәйрүзә өләсәйҙәренең тәрбиәһен ала. Барыһы ла уны бик ныҡ ярата һәм һәр ваҡыт уға ярҙамлаша. Ата-әсәһе иртәнән-кискә тиклем эштә булғанда, ҡыҙҙар өләсәй әкиәттәрен, уның аҡыллы кәңәштәрен, ислам тәғлимәттәрен тыңлап үҫә. Ошо сифаттар Фәнүзәне тыуған ерен яратырға өйрәтә. Фәнүзә ауылда тыуып үҫеүенә бик ныҡ ғорурлана.
Бөгөн ул 55 йәшлек юбилейын билдәләй һәм ошо йәшен тултырған йәки быйыл ошо матур ғүмер байрамын билдәләйәсәк класташтарын ҡотлай! Нисек был мөләйем ханым барлыҡ эштәрен эшләп, яҡындарына һөйөү бүләк итеп өлгөрә икән? «Ғаиләм ярҙамында», - тип яуап бирҙе Фәнүзә апай. Тормош иптәше Мирсәйет, ҡыҙҙары Гөлйемеш менән Гөлгөнә уның һәр башланғысында ярҙам итәләр. Улар тормоштарын музыкаһыҙ, әҙәбиәтһеҙ, сәнғәтһеҙ, ижадһыҙ күҙ алдына килтерә алмай! Әммә иң мөһиме, уларҙы ҡайҙа ғына тыңлаһалар ҙа, алҡышлаһалар ҙа, улар өйҙәренә, атай йортона илткән төп юл тураһында онотмай. Алыҫ бала сағында тап ошонда Фәнүзәнең әсәһе беренсе тапҡыр ҡыҙының ҡулына микрофон тоттора һәм был уның әлеге тормошоноң башланғысы була! Ата-әсәһенә, өләсәһенә рәхмәтле ул!
Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы Баһауетдинова - журналист, юғары квалификациялы уҡытыусы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» радиоһы өлкән мөхәррире һәм алып барыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы. БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, РФ һәм БР Журналистар союзы, республика райондары, Башҡорт дәүләт драма театры хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары һәм дипломдары менән бүләкләнгән. Ағымдағы йылда уның «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләүенә 30 йыл. Ул «Матбуғат», «Беҙҙең донъя», «Ижади портрет» программаларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы.
Рәйлә ТАЙҒОНОВА.
Фото мәҡәлә геройының ғаилә архивынан.