Новости
22 Май 2020, 08:02

Ауыл эшсәндәренә концерт

Кем әйтмешләй, кешегә икмәк кенә түгел, ә рухи аҙыҡ та, мәҫәлән, кәйефте күтәргән, күңелде йылытҡан йырҙар менән бейеүҙәр ҙә кәрәк.

Ауыл хеҙмәтсәндәренең ҡыҫҡа ял минуттарын үҙҙәренең сығыштары менән биҙәр өсөн, район Мәҙәниәт йортоноң агитбригадаһы (һүрәттә)сәсеү осоронда баҫыуҙарға концерттар менән сыҡты.
Артистар беренсе булып Матросов исемендәге хужалыҡҡа барҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Һарайҫа һәм Йәлембәт ауылдарында ла булды. Билдәләп үтергә кәрәк, концерт ҡуйыусылар ҡыҫҡа төшкө ял ваҡытында баҫыуҙа асыҡ күк йөҙө аҫтында сығыш яһаны. Программа йырҙар, ҡурайҙа уйнау, дәртле бейеүҙәрҙән торҙо. Рөстәм Ғәлиев, Әлмира Ибраһимова, Зөфәр Атанғолов, Рәйлә Хәбибуллина, Әмир ауыл мәҙәниәт йорто артистары Гүзәл Ғәлиева, Йәүҙәт Мифтахов һәм, әлбиттә, агитбригада етәксеһе Гөлфизә Хәйруллина тамашасылар алдында концерт менән сығыш яһаны. Музыкаль номерҙар менән бергә механизаторҙарға уларҙың еңел булмаған хеҙмәте һәм тырышлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәре лә әйтелде. Концерт игенселәрҙең кәйефен күтәрҙе.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Ә.ИБРАҺИМОВА фотоһы.
Читайте нас