Изге айҙы мосолмандар тейешле ҡанундарҙы үтәп, изге ғәмәлдәр башҡарып үткәрә. Ураҙа тотоу кешеләрҙә мәрхәмәтлелек, миһырбанлыҡ сифаттарын арттыра, уларҙың күңелен йомшарта, фәҡир вә мохтаж ҡәрҙәштәребеҙгә иғтибарлы, бер-береңә ихтирамлы булырға өйрәтә. Остазыбыҙ, мәрхүм Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әйткәнсә, ураҙа – ул сабырлыҡ һәм тәрбиә мәҙрәсәһе.
Быйыл Рамаҙан айы үҙ-үҙеңде изоляциялау осорона тура килде: йәмәғәт менән ауыҙ асыу, тәрәүих намаҙҙары уҡыу мөмкинлеге булманы. Әммә ғаилә ураҙаһы насип ителде: балаларҙың ата-әсәһе менән бергә тейешле дини ғәмәлдәрҙе башҡарыуы, тәрәүих намаҙҙарын уҡыуы – быларҙың барыһы ла ғаиләлә татыулыҡты нығытыу, йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән оло мөмкинлек ул.
Быйылғы Рамаҙан тулыһынса яҙ миҙгеленә тура килде. Көндәрҙең ҡыҫҡалығы һәм һалҡыныраҡ тороуы ураҙа тотоуҙы еңеләйтте, был бигерәк тә изге ғәмәлде тәү башлап үтәгәндәр өсөн ҡулай булды. Сафыбыҙ киләсәктә тағы ла киңәйһен, хаҡ юлға баҫҡандар йылдан-йыл арта барһын, иншаллаһ!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Мәғлүм ки, быйылғы Ураҙа ғәйетен һәр ҡайһыбыҙ үҙ ғаиләһе менән үткәрәсәк. Был көндә яҡындарыбыҙға, туғандарыбыҙға айырыуса иғтибарлы буып, йортобоҙҙа ысын мәғәнәһендә байрам ойошторайыҡ. Балаларыбыҙ изге ғәйетте йылдағы иң күркәм байрам булараҡ ҡабул итһен!
Мөхтәрәм йәмәғәт! Ураҙа байрамы һәр йортҡа именлек, ырыҫ-бәрәкәт, күңел тыныслығы алып килһен, яңы көс-дәрт өҫтәһен. Аллаһ Тәғәлә барығыҙға ла бәхет, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, иман насип итһен, иншаллаһ. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!