Новости
20 Май 2020, 06:29

“Ул - минең улым, үлһәм үләм, барыбер янына инәм...”

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 28 йәшлек Салауат районы егете Мәскәү өлкәһенең Егорьевское ҡалаһындағы поликлиникала эшләй ине. Бер өйгә саҡырыу ваҡытында уға сирленән коронавирус йоға. Егетте битлек һәм бирсәткә генә һаҡлай алмай шул. Ул инфекция йоҡтороп сирләй башлай һәм 6 майҙа вафат була. Аҙаҡ уны тыуған яғына алып ҡайтып, ябыҡ табутта ерләнеләр.

"Азатлыҡ" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Наилдең әсәһе, 52 йәшлек Рәғиҙә Нуриева, улы һәм уның һуңғы көндәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашҡан. Өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡатын балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән.
"Егорьевск – бәләкәй генә ҡала. Улым эшен ярата, ҡәнәғәт ине. Наил унда тәжрибә тупларға тип урынлашҡайны. Иртәнге сәғәт һигеҙҙән дүрткә тиклем поликлиникала, аҙаҡ участка табибы булараҡ ауырыуҙар өйөнә йөрөнө. Уға махсус һаҡланыу кейемдәре бирмәгәндәр. Йөрөгән ҡыҙы әйтеүенсә, эшкә гел бер кейемдә барған, ҡайтҡас, ишек төбөндә үк сисеп, ваннаға инеп йыуынғас ҡына төпкә үткән. Иртәгәһен шуны уҡ кейеп кире эшкә киткән", – ти әсә кеше.
Билдәле буйынса, Наил йөрөгән ҡыҙы менән октябрь айында өйләнешергә уйлаған. Мәскәү өлкәһенә ул туйға аҡса эшләү өсөн киткән.
Сирләй башлағас, әсәһе менән бәйләнешкә сығып, хәлен белдереп торған. 22 апрелдә шылтыратып, мине үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар, тип әйтә. Хәле насарланғас, 27 апрелдә Мәскәүгә күсерәләр. Дүрт көн комала була.
"5 майҙа миңә клиниканан шылтыратып ҡыуандырҙылар: комала булған улымдың ҡайһы бер реакциялары ҡайтҡан, ул аяғын һелкәтә башлаған. Шул төндә тынысланым, беренсе тапҡыр йоҡланым. Ә иртәгәһенә, 6 майҙа, улың үлде, тип шылтыраттылар", – ти әсә.
Наилдең үлем таныҡлығына уны коронавирустан түгел, ә ике яҡлы пневмониянан һәләк булған тип яҙғандар. Шулай булһа ла, ябыҡ табутта, зыяратҡа кешеләрҙе индермәйенсә күмгәндәр. Рөхсәт ителмәһә лә, әсәһе улын һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан.
"Санэпидстанция вәкилдәре индермәҫкә тырышты. “Ул - минең улым, үлһәм үлһәм, тик барыбер янына инәм” тип әйттем. Ҡәбер эргәһендә атаһы менән икебеҙ генә булдыҡ", – ти әсә.
Фото: "Бәйләнештә".
.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас