Новости
20 Май 2020, 06:39

Ҡөрьәнгә үҙгәрештәр индермәйек

Донъя һәм унда кешенең ниндәй роль уйнағанын аңлатырға тырышҡан институттарҙың береһе һәм көслөһө булып дин тора. Күп һанлы табыныусыларын үҙ ҡанатына алған, киң таралғандары — христианлыҡ, ислам, буддизм, иудаизм, ҡалғандары масштабтары менән күпкә кесерәк. Уларҙың кешеләрҙе берләштереү, үҙҙәренең теорияларына, тәғлимәттәренә ышандырыу, буйһондороу һәләттәре һәм ысулдары көслө вә уңышлы.

Христиандарҙың “Тәүрат”ын, мосолман­дар­ҙың Ҡөрьәнен генә алайыҡ. Был ки­таптарҙа кеше тормошонда осрай торған барлыҡ мәсьәләләргә ҡағылған ҡағиҙәләр яҙылған. Уларҙың тәьҫире кеше зиһененә шул тиклем көслө, йөҙҙәрсә исемдә, миллионлаған тиражлы, тәрбиә биреү өсөн баҫылған барлыҡ китап-журналдарҙы бергә алһаң да, был ҡәҙәр көскә эйә түгелдер.

Тәүрат (Библия) беҙҙең Яңы эраға тиклем ХIII быуатта баҫыла башлаған тип ҡабул ителгән. Беҙҙең осорға тиклем бер нисә мәртәбә күсереп яҙылған.

Ҡөрьән сүрәләрен Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ябраил фәрештә ишеттергән тиелә. 610 – 632 йылдарҙа был сүрәләр телдән-телгә, йә иһә ҡул аҫтында ниндәй яҙырҙай әйбер табыла — япраҡмы, ҡайын ҡайырыһымы (туҙ), ташмы — уларға яҙылып ислам динен ҡабул иткән кешеләргә еткерелгән, ишет­терелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат бул­ғандан һуң әле, ике йылдан артыҡ ваҡыт, Ҡөрьән сүрәләрен бергә йыйыу, мөхәррир­ләү, уларҙы тулы бер китапҡа әүерелдереү дауам иткән.

Һуңыраҡ Ҡөрьән ғәрәпсәнән башҡортсаға тәржемә ителгән, бер нисә мәртәбә күсереп яҙылған. Былар барыһы ла төп нөсхәнең хәтһеҙ үҙгәреүенә, яңылышлыҡтар инеүенә килтереүе ихтимал. Ике тел араһында тәржемә ителмәй торған һүҙҙәр ҙә була. Бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр (аналог) табылмаҫҡа мөмкин. Ҡөрьән аяттарындағы “Аллаһ Тәғәлә быны үҙе генә аңлай” тигән һүҙҙәр шуның сәбәбе түгелме икән? Юҡһа Ябраил фәрештә алдан уҡ аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ниңә әйтеп торор ине. Күсереп яҙыусыларҙың үҙҙәренә уңайлыраҡ, ҡайҙалыр файҙалыраҡ һүҙҙәр өҫтәмәнеме тигән һорау ҙа ҡуйырға була. Быға сәбәп һәм миҫал итеп, йыраҡ тарихҡа инеп китмәйенсә генә, 1993 йылда Ҡазанда татар китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Ҡөрьән тәфсире” китабын алайыҡ. Ул Ҡөрь­ән Кәримдең туған телебеҙгә уңышлы тәржемә ителгән “Тәфсир Ноғмани”ға нигеҙ­ләнеп яҙылған. Китапта өс сүрәлә Әҙәмдең барлыҡҡа килеүе тураһында әйтелгән.

55-се — Рахман сүрәһе, 14-се аят: “Аллаһ Әҙәмде янған кирбес кеүек кипкән балсыҡтан (яһаны) халыҡ ҡылды”.

112-се — Ихлас сүрәһе, 3-сө аят: “Ул һис кемде тыуҙырманы һәм һис кемдән тыуҙырылманы”.

23-сө — Мөьминдәр сүрәһе, 12-се аят: “Беҙ Әҙәмде саф балсыҡтан яралттыҡ”.

Өс урында өс төрлө аңлатма — мәғлүмәт бирелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр бөгөнгө китаптарҙы уҡып сыҡһа, барыһына ла риза булыр инеме, бар һүҙҙәр ҙә Ябраил фәрештә әйткәнсә ҡалдымы?

Шул китаптан тағы бер миҫал.

5-се сүрә — Маидә сүрәһе, 82-се аят: ”Мөшриктәрҙең иң ҙурыһы мәжүсиҙәр һәм коммунистар”.

Беренсенән, шулай уҡ Ҡазанда “Раннур” китап нәшриәтендә 1999 йылда баҫылып сыҡҡан “Ҡөрьән Кәрим” китабының был сүрәһендә һәм был аятында ундай һүҙҙәр юҡ.

Икенсенән, Ҡөрьән яҙыла башлаған Х бы­уат баштарында “коммунистар” һүҙе донъяла булмаған дабаһа. Тәржемәсе, бәлки, үҙ ваҡытында ҡасандыр коммунистар тарафынан рәнйетелгәндер, урынһыҙ ҡыйырһытылғандыр. Әлеге һүҙҙәр уның ҡәләме ярҙамында үпкә белдереүҙер. Бәлки, тимен инде, яңылыш уйлаһам, алдан уҡ ғәфү үтенәм. Ә, бәлки, тәржемә мәғәнәүи яҡтан һуңыраҡ килгән быуаттарҙы үҙ эсенә алғандыр. Шулай ҙа Ҡөрьәндә яҙылған һүҙҙәргә үҙгәреш һәм өҫтәү индереү дөрөҫ түгел икәнен Маидә сүрәһенең 87-се аятында күрәбеҙ: “И-й, мөьминдәр! Аллаһ һеҙҙең өсөн хәләл иткән пак нәмәләрҙе үҙегеҙгә хәрәм ҡылмаған һәм Аллаһ һыҙған һыҙыҡтан тышҡа үтмәгеҙ! Дөрөҫлөктә һыҙыҡ­тан үтеүселәрҙе Аллаһ һис тә һөймәй”.

Аяттарҙа, Ҡөрьән яҙылған мәлдә үк, уның һүҙҙәрен боҙоусылар барлығы әйтелә. Һуңыраҡ төрлө секталар, уларҙың өндәү­селәре донъяла күбәйҙе. Улар үҙҙәрен изгегә һанап, халыҡтың зиһенен аҙ бутамай. Бында инде тирә-яҡ ысынбарлығын аңлар өсөн аҡыл күҙе менән ҡарарға кәрәк. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйтмешләй: “Алла — берәү! Ә уға төрлө юлдар, төрлө диндәр илтә”.

Күп төрлө пропагандалар араһында буталып ҡалмаҫҡа ине. Динде тәрән белгән ғалимдар, теологтар, дин етәкселәре һәр ваҡыт уяу булһын, китап сыҡҡан осраҡтарҙа үҙҙәренең цензураһын ҡулланһын. Фән, сәйәсәт, кешеләр, хатта атеистар геометрия прогрессияһында үҫә барған тиҙләнеш коэффициенты ҡулланып дингә яҡынай­ғанда, диндең нигеҙе булған белем шиш­мәләрендә аңлайышһыҙ урындар бул­маһын. Матур әҙәбиәттә күренә башлаған ҡайһы бер авторҙарҙың әҫәрҙәренән үрнәк алырға ярамай.

Дин китаптары кешенең, кешелек донъя­һының асылын аңлата, киләсәктә дөрөҫ һәм матур йәшәргә йүнәлеш бирә. Уларҙа хата китеү — хилаф эш. Былай ҙа күп йылдар хәҡиҡәт, хаҡ тип иҫәпләнгән мәғлүмәт­тәрҙең иҫкергәндәре осрай. Мәҫәлән, Ер шарының өс кит йәки ташбаҡа өҫтөндә тормағанлығын беләбеҙ. Элек тә тормаған. Ябраил фәрештә лә улай әйтмәгән. Әҙәм балаһы яңылыш уйлаған. Америка яҙыу­сыһы Марк Твен әйтмешләй: “Үлгән хәҡи­ҡәткә табыныу әле бер кемдең йәнен иреккә сығарманы”, — тиеү урынлы булыр.

Ҡөрьәндә кафырҙар тураһында әйтелгән. Ул һүҙҙәр башҡа дингә табыныусыларға ҡағыла, тип аңларға мөмкин. Ҡайһы бер саҡта шулай аңлаталар ҙа ине. Был, бәлки, ХХ быуат урталарында дини белеме һай булған муллаларҙың һүҙе булғандыр. Хәҙерге дин әһелдәре, бәлки, башҡаса аңлаталыр. Ябай халыҡҡа аңлашылып бөтмәгән аяттар бар. Хәҙерге осор белеме менән бәйләп, ул турала аҙыраҡ ағартыу эше алып барылһа, зыян булмаҫ.

Дин Е.П. Блаватскаяның “Серле Доктрина”һын ҡабул итмәһә лә, унда иғтибарға лайыҡ урындарын күрәлер. Мәҫәлән, кешелек донъяһының цивилизациялары тураһында. Әле уларҙың бишенсе осоронда йәшәйбеҙ, тип әйтелә. Һәр цивилизацияның үҙенең доктринаһы, закондары, дин кеүек тәғлимәттәре булған, тиелә, йәғни русса әйткәндә, паспортизацияһы булған.

Бөгөн ислам диненә лә, хәҙерге кешенең аң кимәлен иҫкә алып, үҙебеҙҙең дин закон­дарына аңлатмалар — комментарийҙар индергәндә хилафлыҡ булмайҙыр. Беҙ бит Аллаһ Тәғәлә булыуға, Ҡөрьәндең дөрөҫ­лөгөнә һис тә шик һалмаҫ инек. Әгәр әле Ябраил фәрештә Ҡөрьән сүрәләрен ишет­терһә, үҙе лә, кешенең һәр яҡлап үҫешен иҫәпкә алып, уға ҡатмарлыраҡ мәсьә­ләләрҙе сисер ине.

Әлеге “кафырҙарға” әйләнеп ҡайтып, һүҙҙе дауам итәйек. Кафырҙар яуыз, башҡаларҙы рәнйеткән, ҡолға әйләндергән бәндәләр булһа кәрәк. Бер дин икенсе дингә дошман булырға тейеш түгел. Булмай ҙа. Исемдәре төрлөсә аталһа ла, Аллаһ Тәғәлә бар милләткә лә, бар дингә лә — берәү, урыҫҡа ла, башҡортҡа ла, йәһүдкә лә. Изгеләрҙең, пәйғәмбәрҙәрҙең исемдәре урыҫсанан башҡортсаға йәки башҡорт­санан урыҫсаға тәржемә итеү һөҙөмтәһендә генә үҙгәргәндәр — улар һәр дингә уртаҡтар. Мәҫәлән: Ибраһим — Авраам, Иса — Иисус, Муса — Моисей, Дауыт — Давид һәм башҡалар.

Ер шарында төрлө диндәр йәшәп килә. Һәр диндә диндең нимә икәнен, ниңә кәрәк­леген аңлатҡан үҙ әһелдәре бар: патриархтар, епископтар, поптар, мөфтөйҙәр, муллалар, имамдар, хажиҙар. Уларҙың юғары баҫҡыстан түбәнгә тиклем алып торған урындарын, иерархия баҫҡыстарын һанамаҫбыҙ, беҙҙең алда ундай бурыс тормай. Диндә лә түбәндәгеләрҙең юғарыла­ғыларға буйһоноу тәртибе бар. Һәр дин әһеле үҙенең вазифаһын башҡара. Ислам динендә баҫҡыстар бер-береһенән ныҡ айырылып тормай. Ябай кеше күҙе менән ҡарағанда, уларҙы икегә генә бүлергә була: беренсе баҫҡыс — имамдар, муллалар, хажиҙар, икенсе — юғары баҫҡыс — мөф­төйҙәр. Дингә ышанғандар, милли ғөрөф-ғәҙәтте ихтирам иткәндәр үҙ һорауҙары менән дин әһелдәренә, уларҙың ниндәй дәрәжәлә булыуына ҡарамаҫтан, мөрәжәғәт итә ала.

Православие динендә лә шундай тәртип. Уларҙың юғары баҫҡысы туғыҙ патриархтан тора. Ҡөрьән сүрәләрендә һәм Тәүрат ҡа­нун­дарында үҙҙәренең табыныусыларына ҡуйған талаптары оҡшаш йәки бер үк тиергә була. Аллаһ Тәғәлә тураһында бер төрлө тәғлимәт бирелә.

Айырмалы булараҡ, ислам динендә мөь­миндәр туранан-тура Аллаһ Тәғәләгә табы­на, ә православиела Аллаға ла, ико­наларға ла табыналар. Үҙенсәлеге – төрлө гонаһлы кешеләрҙең руханиға мөрәжәғәте. Ғәйебе, гонаһы булған христиан, ҡара таптарын йыуҙырыу ниәте менән, алдашмайынса уға барыһын да һөйләп бирә. Ә рухани уны ғәфү итергә, таҙа йәнле, саф күңелле итеп ҡайтарып ебәрергә тейеш...

Ике һорау тыуа: рухани уның гонаһтарын кисерә аламы — ул бит Алла түгел, кем уға ундай вәкәләттәр биргән? Хоҙай Тәғәлә­нең был эшкә ризалығы берәй ерҙә әйтелгәнме?

Икенсенән, әҙәм балаһы, бәләнән шулай еңел ҡотола алғас, ҡурҡмайынса яңы гонаһтар ҡыла башламаҫмы?

Гонаһ яһа ла — руханиға барып һыҙҙыр, йәнә гонаһ ҡыл да ғәмәлдән сығар... Рәхәт килеп сыға түгелме? Фекер алышайыҡ.


Автор: Ренат НУРЕТДИНОВ.
Читайте нас