Новости
20 Май 2020, 06:28

Фирүзә Париж тамашасыларын һағынған

16 майҙа танылған йырсы Фирүзә Париж Инстаграмда онлайн-концерт ойошторғайны. Был башланғыстың үҙенсәлектәре, концерттан алған тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынып, йырсының үҙенә мөрәжәғәт иттек.

“Ҙур залдарҙа концерттар ҡуйыу тиҙ арала ғына мөмкин булмаясаҡ әле, ә тамашасылар шул тиклем һағындырҙы. Шуға күрә бер туған һеңлем Илгизә һәм кейәүем Фәрит Алсыновтар менән онлайн-концерт ойошторорға ҡарар иттек. Һеңлем дә, кейәүем дә бик талантлы, ижади кешеләр. Тәүге тәжрибәбеҙ булыуға ҡарамаҫтан, бик матур, йәнле аралашыуға ҡоролған тамаша килеп сыҡты. Концертты мең ярымдан ашыу кеше ҡараны. Башҡортостандан тыш, Себер ҡалаларынан, хатта Төркиәнән, Германиянан тамашасылар бар ине. Йырҙарҙы һорап йырлаттылар. Бер сәғәт тә 15 минут барған концерт матур тәьҫораттар бүләк итте, яңы эштәргә дәртләндерҙе”, - тип яңылыҡтары менән уртаҡлашты Фирүзә.
Тәүге онлайн-концертынан дәрт алған йырсы был аҙнала тағы ла тамашасыларын ҡыуандырмаҡсы. “Әгәр барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, ошо шәмбелә, изге Ураҙа байрамында, ихата эсендә концерт ойоштормаҡсыбыҙ. Унда баян моңдары оҙатыуында ретро-йырҙарҙы ла тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Тамашасыларымды яңылыҡтар менән танышып барырға саҡырам, сираттағы концертымда көтөп ҡалам”, - тине йырсы.
Фирүзә үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда тамашасылар менән бәйләнешен мөмкин тиклем өҙмәҫкә тырышыуы, тура эфирҙар алып барыуы хаҡында ла һөйләне. Шулай уҡ йырсы күп ваҡытын баҡса эштәре менән уҙғарыуын әйтте. “Бындай шарттарҙа үҙ йортоңда йәшәүҙең өҫтөнлөктәренә тағы ла нығыраҡ төшөнәһең”, - тигән фекерҙә ул.

Фирүзәнең сираттағы концертының да уңышлы үтеүен, ижадының яңы төҫтәр менән балҡыуын теләйбеҙ!
Фотолар йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас