Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Май 2020, 06:35
Эштән нимәгә киткән?
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы көндәрҙә күп һорауҙар тыуҙырған өҫтәмә түләүҙәр мәсьәләһенә лә туҡталып үтте.
Ул аҡсаның медицина учреждениелары төҙөгән исемлектәр буйынса түләнеүен әйтте һәм Башҡортостанда апрель һәм май айҙарында коронавирусҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта булған барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дә түләү алғанын белдерҙе. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән кемдер иҫәпкә алынмаған икән, был хаҡта махсус булдырылған “ҡыҙыу бәйләнеш”кә
8 347 218 00 83
телефон һандары буйынса шылтыратып, хәлде асыҡларға мөмкин. Әйтергә кәрәк, өҫтәмә түләүҙәр республика билмәһендә эшләгән “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы хеҙмәткәрҙәренә һәм аутсорсинг системаһы буйынса “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре водителе булып эшләгәндәргә лә ҡаралған.
Унан тыш, Өфө эргәһендәге яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы билдәләнгән ваҡыттан алда сафҡа индереләсәк. Ошо көндәрҙә унда медицина хеҙмәткәрҙәре эш башлаясаҡ һәм коронавирусҡа дусар пациенттарҙы ҡаршы аласаҡ.
Максим Забелинға онлайн брифингта ҡатнашыусылар тағы ла бер сетерекле һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирҙе: Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова ни эшләп эштән киткән? Министрҙың яуабы үтә ҡыҫҡа булды: “Үҙ теләге буйынса”.
Фото: utv.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Esht-n-nim-g-kitk-n-277045/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"