Новости
20 Май 2020, 06:40

Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Поезға билет алғанда телефон һанын һораясаҡтар

Транспорт министрлығы тимер юл транспортында пассажирҙар һәм багаж ташыу ҡағиҙәләренә яңы үҙгәреш, йәғни алыҫ араға сыҡҡан поездарға билет алған саҡта телефон һанын йәки башҡа бәйләнеш сараһын күрһәтеү талабы индерә. Яңы тәртип 3 майҙан ғәмәлдә.

– Был ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә поезд хәрәкәте графигының үҙгәреүе тураһында һәм багажды урынлаштырыуҙа мәсьәләләр килеп тыуған осраҡта пассажирҙарға тиҙ генә хәбәр итеү өсөн эшләнде, – тип аңлата ведомство.

Хәҙер багажды өҫкө йәки аҫҡы урынға урынлаштырыу ҡаралған осраҡта, пассажир ниндәй урын биләүенә ҡарамаҫтан, уны тейешле ергә ҡуйыуҙа бөтә кешеләр ҙә бер үк хоҡуҡҡа эйә.

Велосипедтарға маркировка ҡуйыла

Майҙа Хөкүмәттең велосипедтарҙы һәм уларҙың рамын маркировкалау буйынса тәжрибәһе тамамлана. Уның һөҙөмтәләре буйынса тамға һуғыуҙы мотлаҡ индереү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе лә ихтимал. Әле был тәжрибәлә 800-гә яҡын компания ҡатнаша. Сара башланғандан бирле 55 мең велосипед маркировкаланған.

– Тамға ҡуйылған велосипедтарҙың пилот партияһы тәжрибәһе тамамланғансы, сит ил һәм ватан етештереүселәренең бөтә тауары ла ҡулланыуҙан сыҡҡандан алып барлыҡ сылбырҙы “үтәсәк”. Был бөтә күҙәтеү системаһының эшен тест аша уҙғарыу мөмкинлеген бирәсәк, – ти Киләсәк технологиялары үҫеше үҙәгенең “Велосипедтар” тауар төркөмө етәксеһе Кирилл Волков.

Маркировка “Data Matrix” кодлы этикетка төрөндә индерелә. Уны ҡайҙа ҡуйыуҙы компаниялар үҙҙәре хәл итә. Код тауарҙы һатып алыусыға велосипедтың сығышы тураһында бөтә мәғлүмәтте бирәсәк. Һәр береһенең “паспорт” мәғлүмәттәрен “Намыҫлы билдә” мобиль ҡушымтаһында табырға мөмкин буласаҡ.
Был саралар велосипедтарҙың законһыҙ әйләнешенә лә сик ҡуясаҡ.

Телефон аша аҡсаны бушлай күсерергә мөмкин

1 майҙан банктар, граждандар үҙ-ара Етеҙ түләүҙәр аша 100 мең һумға тиклем аҡса күсерһә лә, комиссия алмай.

Шулай уҡ 100 мең һумдан ҙур күләмдә аҡса күсергән осраҡта иһә 0,5 процент күләмендә комиссия алыу ҡаралған, әммә ул да 1500 һумдан артырға тейеш түгел. Бынан алда Рәсәй банкы Етеҙ түләүҙәр аша банктарға аҡса күсереүгә үҙенең тарифтарын нулгә тиңләштерҙе, хәҙер улар, суммаға ҡарап, биш тиндән алып өс һумға тиклем тәшкил итә.
Тағы ла ыңғай яңылыҡ бар – хәҙер эш хаҡы картаһынан аҡсаны икенсе банкка бушлай күсерергә мөмкин.

Пассажирҙарҙы ташыуға талаптар арта

Автобустар, троллейбустар 31 майға тиклем “ГЛОНАСС” йәки “ГЛОНАСС/GPS” спутник навигацияһы аппаратураһы менән йыһазландырылырға тейеш. Ошо ҡағиҙәләр йөк автомобилдәренә лә, хәүефле йөк ташыған транспорт сараларына ла ҡағыла.

Аппаратура, хәүефһеҙлек маҡсатында, машинаның хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәтте Транспорт өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә тапшырыу мөмкинлеген тыуҙыра.

Был хаҡта ҡарар 2018 йылдың фев­ралендә үк ҡабул ителә, әммә былтыр июлдә уны быйылғы майға тиклем туҡтаттылар. Ул саҡта Транспорт ми­нистр­лығы транспорт сараларын талаптарға яуап биргән спутник саралары менән тәьмин итеү мөмкинлеге булмауын белдерҙе.

Быйыл апрелдә илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы был мөҙҙәтте 2021 йылдың 31 майына тиклем күсерергә тәҡдим итте. Ваҡытты кисектереү транспорт өлкәһендә мәшғүл булғандарға ауыр осорҙо үткәреүҙе еңелләштерәсәк, тип аңлаталар ведомствола.
Автор: Рәмилә МУСИНА әҙерләне.
Читайте нас