Новости
20 Май 2020, 06:34

“Алға”ла эшләргә теләк белдерҙеләр

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендә махсус иҡтисади биләмәләр ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконферения тәртибендә ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – Рәсәй Президентының Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Трутнев үткәрҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен асыу йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының башланғысын хупланы. Мәғлүм булыуынса, был биләмәне теркәү тураһындағы ғаризаға төбәк Башлығы Радий Хәбиров былтыр августа ҡул ҡуйғайны.
"Бындай биләмәләр төҙөгәндә өс субъекттың тырышлығы берләштерелергә тейеш. Улар – инвестор, төбәк власы һәм федераль Хөкүмәт, – тине Юрий Трутнев. – Бурыс ябай түгел: беҙ махсус иҡтисади зоналарҙы киләсәкте күҙаллап ойошторорға тейешбеҙ, уларҙың эшләүе шарт. Шуға күрә проекттың нигеҙләнеүе һәм финанслау сығанаҡтарының булыуы мөһим".
Фекер алышыу барышында “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенең потенциаль резиденттары бирелгән өҫтөнлөктәрҙең әһәмиәте тураһында һөйләне. Улар проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, уларҙы артабан оҙатыу йәһәтенән республика власть органдары менән һөҙөмтәле эшмәкәрлекте билдәләне. Әле ете потенциаль резидент “Алға”ла эшләргә теләк белдерҙе. Улар – нефть химияһы, приборҙар эшләү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары.
"Резиденттар юҡ икән, махсус иҡтисади биләмәләр – буш шөғөл, шуға күрә бизнес менән даими нигеҙҙә эш алып барабыҙ. Әле ете проектҡа өҫтәп тағы ла 11 резидент менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Махсус иҡтисади биләмәнең майҙаны – 470 гектар, шуның 200 гектарҙан ашыуы проекттарға резервланған да инде".
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Юрий Трутнев Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына махсус иҡтисади зоналарҙың һөҙөмтәлелек критерийҙарын тағы ла бер тапҡыр тикшереү бурысын йөкмәтте.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас