Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, үҫмер олатаһы өйҙә булмағанда мунса яғырға маташа. Утты тоҡандырыу өсөн тиҙ ялҡынланыусы шыйыҡлыҡ ҡуллана. Аҙағы билдәле инде, малай утта ныҡ бешә. Янғын һүндереүселәрҙе саҡырып тормайҙар, үҙҙәре утты һүндерәләр. Ә баланы район үҙәк дауаханаһынан Өфөләге 18-се дауаханаға күсергәндәр. Үҫмерҙең тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Был фажиғәгә өлгәшә яҙған күңелһеҙ хәл өлкәндәр өсөн дә әсе һабаҡ.